Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
157 юл:
{{шуҡ|Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)|Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы}}
 
1920 йылдың 19 майында ВЦИК ''«[[Автономиялы Совет Башҡорт республикаһыныңРеспубликаһының дәүләт ҡоролошо тураһында]]»'' исемле декрет иғлан итә<ref>[http://base.consultant.ru/cons/cgi/online.cgi?req=doc;base=ESU;n=16969 Постановление ВЦИК от 28 мая 1920 года]</ref>, әлеге декрет 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостандың Совет автономияһы тураһында килешеүе» буйынса иғлан ителгән автономиялы республиканың хоҡуҡтарын күпкә кәметә. Документ республика ревкомы ағзаларының ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра һәм 1920 йылдың 16 июнендә протест йөҙөнән Башревком үҙенең отставкаһы һәм үҙ-үҙен тарҡатыу тураһында ҡарар сығара.
 
Үҙәк властарының һәм «элекке» республика власының ҡапма-ҡаршылығы урындарҙа байтаҡ совет һәм хатта партия хеҙмәткәрҙәренең ризаһыҙлығына һәм автономияның яңы власы вәкилдәренә буйһонмаҫҡа маташыуға килтерә. Мәҫәлән, Туҡ-Соран кантисполкомы рәйесе [[Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы|М. А. Буранғолов]] 1920 йылдың 26 июнендә яңы һайланған Башревкомына буйһоноуҙан баш тарта һәм элекке хөкүмәт меннә бәйләнештәрен дауам итә, башҡа бер кантон исполкомы рәйесе Усҡаны Усаров яңы ревкомды ''«башҡорт халҡының дошманы»'' тип атай һәм властарға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы отряд ойоштора башлай. Тиҙҙән улар барыһы ла контрреволюционерҙар тип иғлан ителәләр һәм репрессияланалар.