Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
155 юл:
 
=== Баш күтәреү осоро ===
{{шуҡ|Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)|Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы}}
 
1920 йылдың 19 майында ВЦИК ''«[[Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында]]»'' исемле декрет иғлан итә<ref>[http://base.consultant.ru/cons/cgi/online.cgi?req=doc;base=ESU;n=16969 Постановление ВЦИК от 28 мая 1920 года]</ref>, әлеге декрет 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостандың Совет автономияһы тураһында килешеүе» буйынса иғлан ителгән автономиялы республиканың хоҡуҡтарын күпкә кәметә. Документ республика ревкомы ағзаларының ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра һәм 1920 йылдың 16 июнендә протест йөҙөнән Башревком үҙенең отставкаһы һәм үҙ-үҙен тарҡатыу тураһында ҡарар сығара.
 
Үҙәк властарының һәм «элекке» республика власының ҡапма-ҡаршылығы урындарҙа байтаҡ совет һәм хатта партия хеҙмәткәрҙәренең ризаһыҙлығына һәм автономияның яңы власы вәкилдәренә буйһонмаҫҡа маташыуға килтерә. Мәҫәлән, Туҡ-Соран кантисполкомы рәйесе [[Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы|М. А. Буранғолов]] 1920 йылдың 26 июнендә яңы һайланған Башревкомына буйһоноуҙан баш тарта һәм элекке хөкүмәт меннә бәйләнештәрен дауам итә, башҡа бер кантон исполкомы рәйесе Усҡаны Усаров яңы ревкомды ''«башҡорт халҡының дошманы»'' тип атай һәм властарға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы отряд ойоштора башлай. Тиҙҙән улар барыһы ла контрреволюционерҙар тип иғлан ителәләр һәм репрессияланалар.
165 юл:
1920 йылдың 10 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантисполкомы ултырышында яңыраҡ Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг [[Мортазин Муса Лот улы|М. Л. Мортазин]] ҡатнаша. Ул кантондан ситкә бөтә урыҫ каратель отрядтарын сығарырға, баш күтәргән башҡорттарҙы азат итергә, яуаплы вазифаларға башҡорттарҙы тәғәйенләргә һәм махсус тикшереү комиссияһын булдырырға тәҡдим итә<ref>[http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921 гг. на юго-востоке Башкортостана] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20130921235512/http://urgaza.ru/kms_catalog+stat+cat_id-3+nums-111.html |date=2013-09-21 }}</ref>.
 
Полктарға бүленгән һәм [[Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы|X. Унасовтың]] етәкселегендә хатта дивизияға берләшкән баш күтәреүсе отрядтарҙың дөйөм һаны 3 мең кешегә етә. Тамьян-Ҡатай кантонының төньяғында [[Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы|Фәтхулла Мәғәсүмов]] отряды баш күтәрә, отрядтың һаны 3 мең тирәһе кеше тәшкил итә. Ф. Мәғәсүмов отряды бер нисә тапҡыр [[Златоуст]]ҡа һәм башҡа заводтарға һәм ауылдарға һөжүм итеп маташа. [[Белорет]] тирәһендә — 4000-кешелек баш күтәреүселәр отряды, [[Асҡар (Әбйәлил районы)|Асҡар]] районында — 1 мең кеше, [[Байназар]] районында — 1 меңгә яҡын кеше ойоша.
 
1920 йылдың июль-авгусында [[Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы|С. Ш. Мырҙабулатов]], [[Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы|X. Унасов]], [[Мәғәсүмов Фәтхулла Борхай улы|Ф. Мәғәсүмов]], [[Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы|Ә. Ишмырҙин]], [[Амантаев Ғәббәс Ямалетдин улы|Ғ. Амантаев]], [[Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы|Ғ. Айытбаев]], З. Ғәлин, М. Мостафин, [[Рәсүлев Мөждәбә Муса улы|М. Рәсүлев]], М. Сәғитов, Ф. Юламанов һәм башҡаларҙың ҡораллы отрядтары ойошторола, сентябрҙә улар ''Башҡорт Ҡыҙыл Армияһына'' берләшәләр. Башҡорт Ҡыҙыл Армияһының командующийы итеп — Ф. Б. Мәғәсүмов, 1-се дивизия начальнигы итеп — Х. Ғ. Унасов, 2-се дивизия начальнигы итеп Ф. Юламанов тәғәйенләнәләр. Реввоенсоветтың рәйесе — С. Ш. Мырҙабулатов, штаб начальнигы — Б. Ланин булалар.