Бүләков Динис Мөҙәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
23 юл:
}}
 
'''Бүләков Динис Мөҙәрис улы''' ([[18 май]] [[1944 йыл]] — [[14 март]] [[1995 йыл]]) — [[башҡорттар|башҡорт]] [[проза|яҙыусыһы]], [[журналистика|журналист]] һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы]]ның Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, артабан 1995 йылдағы вафатына тиклем — [[Башҡортостан Яҙыусылар союзы]] рәйесе.
 
== Биографияһы ==
Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының [[Мәләүез районы]] [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
 
1964 йылда [[Бәләбәй]] ауыл хужалығы техникумын тамамлай. [[Бәләбәй районы|Бәләбәй]], [[Бишбүләк районы|Бишбүләк]] һәм [[Йәрмәкәй районы|Йәрмәкәй райондары]] өсөн сығарылған «Еңеү байрағы» гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына, әрме хеҙмәтендә өс йыл була. 1968 йылда [[Мәскәү]]ҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1968—1974 йылдарҙа «[[Совет Башҡортостаны (гәзит)|Совет Башҡортостаны]]» гәзите, «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа «[[Аманат (журнал)|Пионер]]» журналының баш мөхәррире.