Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә повт
29 юл:
Бөйөк рус йырсыһы [[Шаляпин, Федор Иваниович|Ф.Шаляпиндың]] дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы [[1991]] йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға – “Шаляпин кисәләре – Өфөлә” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә.
 
Тарихы
 
1909 йылда, Өфө губернаһында тыуып үҫкән бөйөк рус яҙыусыһы С.Т. Аксаковтың вафат булыуына 50 йыл тулыуға, губернаторҙың тәҡдиме буйынса Өфөлә халыҡҡа сәнғәт, мәҙәниәт, аң-белем килтерерлек Аксаков халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ителә. Бөтә Өфө губернаһынан, хатта күршеләрҙән дә аҡса йыйыла. Ленин (Үҙәк) һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә ҡыҙыл кирбестән бина ҡалҡып сығыуға һуғыш та, революциялар ҙа ҡамасаулай алмай. Бында башҡорт драма, рус, йәш тамашасы, ҡурсаҡ театрҙары эшләй башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай.
Театр 1938 йылдың 14 декабрендә тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б.Вәлиева, Ш.Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль – Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһы ҡуйыла.
М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистар труппаны тулыландыра. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, З.Насретдинова, Х.Сафиуллин, Ф.Саттаров килә. Театр эргәһендәге балет студияһында Рудольф Нуриев шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев 1953 йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана.
1993 йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә Р.Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә.
Опера һәм балет театры сәхнәһендә тәүге милли балет тыуа, беренсе башҡорт операһы ҡуйыла, милли композиторҙар мәктәбе барлыҡҡа килә һәм нығына. Балет артистары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары. Башҡортостан балетының донъя баҫҡыстарына сығыуы хәҙерге замандың бөйөк хореографы Юрий Григоровичтың исеме менән бәйләнгән. Бөйөк рус йырсыһы Ф.Шаляпиндың дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы 1991 йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға – “Шаляпин кисәләре – Өфөлә” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә.
==Театр репертуары==