Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1993 йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә Р.Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә.
Опера һәм балет театры сәхнәһендә тәүге милли балет тыуа, беренсе башҡорт операһы ҡуйыла, милли композиторҙар мәктәбе барлыҡҡа килә һәм нығына. Балет артистары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары. Башҡортостан балетының донъя баҫҡыстарына сығыуы хәҙерге замандың бөйөк хореографы Юрий Григоровичтың исеме менән бәйләнгән. Бөйөк рус йырсыһы Ф.Шаляпиндың дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы 1991 йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға – “Шаляпин кисәләре – Өфөлә” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә.
[үҙгәртергә]==Театр репертуары==
 
Коллектив сит ил һәм ватан классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. З. Исмәғилевтың “Ҡаһым түрә” халыҡ-музыкаль драмаһы “Дирижерҙың иң яҡшы эше” (дирижеры – А.Людмилин) номинацияһында “Алтын битлек” Милли театр премияһына лайыҡ булды. З.Исмәғилевтың “Салауат Юлаев”, “Аҡмулла”, С.Низаметдиновтың “Ай тотолған төндә” һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле. С.Прокофьвтың «Ромео һәм Джульетта», «Золушка», А.Адандың «Жизель», Л.Минкустың «Баядерка» балеттары. Л.Исмәғилеваның “Арҡайым” балеты премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Балет солистары Гөлсинә Мәүлиҡасова, Гүзәл Сөләймәнова, Елена Фомина, Руслан Мөхәмәтов, Илдар Мәнәпов, Римма Закирова, Гөлнара Хәлитова һәм башҡалар һоҡланғыс сығыш яһай. Репертуар планында балалар өсөн спектаклдәргә ҙур иғтибар бирелә.
693

үҙгәртеү