Атырау: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
57 юл:
 
== Тарихы ==
[[Файл:Герб гурьев.gif|left|thumb|300px|Гурьев ҡалаһы гербы]]
Ҡала тарихы 1640 йыл башлана: Гурий Назаров тигән урыҫ сауҙагәре [[Яйыҡ|Яйыҡтың]] [[Каспий диңгеҙе]]нә ҡойған урынында ағас нығытма ({{lang-ru|острог}}) төҙөй. Назаровтың улдары Михаил, Иван һәм Андрей беренсе булып балыҡсылыҡ кәсебе һәм Эмба йылғаһы буйында нефть эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай. Һуңғараҡ нығытма Урал казак ғәскәре ҡулына күсә. 1647-1648 йылдарҙа батша указы буйынса таш ҡала һалына башлай, уны Түбәнге Яйыҡ ҡаласығы тип атай башлайҙар, һирәкләп — Усть-Яицкий ҡалаһы тип тә телгә алалар. XIX быуатта ул Гурьев городок тип атала башлай, һуңынан Гурьев тип кенә ҡала.
 
1667—1668 йылда ҡаланы крәҫтиән яуы юлбашсыһы Степан Разин баҫып ала. Артабан [[Екатерина II]], халыҡ хәтеренән [[Пугачёв Емельян Иванович|Пугачев яуы]] иҫтәлектәрен юйҙыртыр өсөн Яйыҡ йылғаһы атамаһын Урал тип үҙгәртә.
 
1810—1815 йылдарҙа ҡала нығытмаһы емертелә һәм күмелә. 1865 йылдан  —Урал өлкәһе Гурьев өйәҙе үҙәге<ref name="Паспорт">[http://rus.akimat-atyrau.kz/2010-11-01-09-28-25/2010-11-01-10-01-34.html Паспорт города Атырау] {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20120615225109/http://rus.akimat-atyrau.kz/2010-11-01-09-28-25/2010-11-01-10-01-34.html |date=2012-06-15 }}</ref>.
 
1930-сы йылдарҙа Гурьев үҫешә башлай - Балыҡшы балыҡ консерваһы етештереү комбинаты төҙөлә һәм торлаҡтар һалына. [[Бөйөк Ватан һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышы]] осоронда сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана һәм Атырау нефть эшкәртеү заводы төҙөлә. .
 
Гурьев — [[Әстерхан]] тимер юл төҙөү менән Яйыҡ аша күпер һәм яңы тимер юл вокзалы төҙөлә. Был юл [[Урта Азия]] һәм [[Мангышлак]]ты Европа менән иң ҡыҫҡа юл булараҡ бәйләй һәм бөтә [[Советтар Союзы]] өсөн әһәмиәтле төбәккә әйләнә. Хәҙер ҡалала 8: тимер юл, алты автомобиль юлы һәм бер махсус йәйәүлеләр күпере бар.
 
1991 йылдың 4 октябрендә Гурьев ҡалаһы халыҡ депутаттары ҡала советы тарафынан Атырау атамаһына үҙгәртелә.
 
1999 йылда Ҡаҙағстан нефтенең 100-йыллығы киң билдәләнә, матбуғатта Президент [[Нурсолтан Назарбаев]] Атырауҙы Ҡаҙағстандың «нефть баш ҡалаһы» тип атай<ref>[http://www.zakon.kz/100046-atyrau-neftjanaja-stolica-kazakhstana.html Атырау — нефтяная столица Казахстана]</ref>.
 
== Билдәле шәхестәре ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Атырау» битенән алынған