1 май: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
49 юл:
* [[Шәйнуров Фәрит Вәлинур улы]] (1.05.1934—12.09.1987), спортсы һәм тренер. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың бер нисә тапҡыр чемпионы, ил һәм лонъя чемпионаттарының күп тапҡыр призёры. 1959—1969 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Благовещен районы]] [[Иҫке Илек (Благовещен районы)|Иҫке Илек]] ауылынан.
* [[Штейнберг Валерий Эмануилович]] (1.05.1944), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге [[Үзбәкстан]]дың Термез ҡалаһынан.
* [[Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы]] (1.05.1949), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Борай районы]] [[Берләҫ]] ауылынан.
* [[Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы]] (1.05.1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре, [[Краснокама районы]]ның почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың [[Яңы Нуғай]] ауылынан.
* [[Розенцвет Виктор Александрович]] (1.05.1954), ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (2009). 1982—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә—сәнәғәт нефтехимия заводының лаборатория начальнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән [[Салауат (ҡала)|Салауат]] ҡалаһынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/1_май» битенән алынған