Манолиу Лия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
 
30 юл:
 
== Биографияһы ==
Ул саҡта Румыния тарафынан оккупацияланған биләмәлә урынлашҡан [[КишиневКишинёв]]та тыуған. [[1952 йыл]]да Хельсинки ҡалаһында Олимпия уйындарында ҡатнаша. Дискыны 42 м 64 см-ға ырғытып, 6-сы урынды биләй. 1956 йылда Мельбурндағы Олимпия уйындарында ул һөҙөмтәһен 43 м 90 см-ға тиклем яҡшырта, әммә шул уҡ ваҡытта 9-сы ғына урынды ала. 1960 йылда Рим ҡалаһындағы Олимпия уйындарында, дискыны  52 м 36 см-ға ырғытып, бронза миҙалға лайыҡ була. 1964 йылда Токиолағы Олимпия уйындарында  дүртенсегә ырғытҡандан һуң дүртенсе урында була, әммә бишенсе тапҡыр дискыны 56 м. 96 см-ға ырғыта, был уға бронза миҙал килтерә.
 
1968 йылда Румыния еңел атлетика федерацияһы, спортсы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн ҡарт, тип иҫәпләй, әммә Лия Манолиу тағы ла тырышыңҡырап күнекмәләр яһай башлай, һәм Мехико Олимпия уйындарында, дискыны 58 м 28 см-ға һелтәп, чемпион була. 1972 йылда ул тағы ла Олимпиадала ҡатнаша — был юлы Мюнхенда, әммә дискыны 58 м 50 см-ға һелтәһә лә, был уға тик 9-сы ғына урынды килтерә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Манолиу_Лия» битенән алынған