Мишкә районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәр: яңы мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәр: яңы мәғлүмәт
3 юл:
 
== Билдәле шәхестәр ==
* [[Абукаев-Эмгак]] (Абукаев Вячеслав Александрович; 5.01.1959—29.05.2008), яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен [[мари теле]]нә тәржемә итеүсе. [[Марий Эл Республикаһы]]ның халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999. Мари комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ [[Яныш Ялкайн]] исемендәге премия (1998) һәм Марий Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге Дәүләт премияһы (2007) лауреаты. [[Туҡтар (Мишкә районы)|Туҡтар]] ауылынан<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/286-abukaev-emgak-abukaev-vyacheslav-aleksandrovich. Башҡорт энциклопедияһы — Абукаев-Эмгак (Абукаев) Вячеслав Александрович]{{V|1|01|2019}}</ref>.
* [[Андрианов Андрей Андрианович]] (24.04.1939—16.04.2010), театр актёры. [[Мари АССР‑ы]]ның халыҡ артисы (1989) артисы. [[Мари Иле Республикаһы]]ның Дәүләт премияһы лауреаты (2005). [[Иҫке Ҡолсобай]] ауылынан<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/924-andrianov-andrej-andrianovich. Башҡорт энциклопедияһы — Андрианов Андрей Андрианович]{{V|22|04|2019}}</ref>.
* [[Байбулатов Валерий Тимиргалиевич]] (13.02.1959), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, [[Мишкә (Мишкә районы)|Мишкә]] агросәнәғәт колледжы директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта [[Башҡортостан Республикаһы]]нан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003-2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре. [[Тигермән (Мишкә районы)|Тигермән]] ауылынан.
* [[Белов Михаил Ипатович]] (7.11.1924—24.02.2015), [[СССР|совет]] хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Ҡыҙыл Байраҡ]] (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры. Алексеевка ауылынан.