Ибн Рөшд: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Әҙәбиәт: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
 
1 юл:
{{ук}}
'''Ибн Рөшд; Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы''', шулай уҡ ''Ибн Рөшд'', ''Аверро́эс'' ([[14 апрель]] [[1126 йыл]] — [[10 декабрь]] [[1198 йыл]]) — данлыҡлы ғәрәп фәлсәфәсеһе.
 
== Биографияһы ==
Уның атаһы баш хөкөмдар һәм мөфтөй вазифаһын биләй. Ул үҙ быуатының данлыҡлы ғалимдарынан белем ала, теософтар һәм ғалимдар менән дуҫ була. Белеме һәм таланттары арҡаһында, Йософ солтан (1163—1184) заманында юғары вазифалар биләй. Йософ солтан вариҫы әл-Мансур тәүҙә Әбүл Вәлид Мөхәммәт улына ҙур мәрхәмәт күрһәтә, әммә аҙаҡ дошмандары уны Ҡөрьән тәғлимәтен үтәмәүҙә ғәйепләй. Әл-Мансурҙың мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалғас, ул бөтә вазифаларын юғалта һәм Кордова янындағы Елизенда, Люценала һөргөндә йәшәй. Бер нисә йылдан, солтан философия менән шөғөлләнә башлағас, Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улын яңынан [[Марокко]]ға саҡыра һәм яҡын күрә башлай, тик философ оҙаҡламай (1198 йыл,йылдың 12 декабрьдекабрендә) вафат була.
 
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы [[Аристотель]] хеҙмәттәрен тәржемә итә һәм тәрән аңлап төшөндөрә. Уның хеҙмәттәрендә, күпселек ғәрәп философтарына хас булғанса, [[Александрия]] философтарының тәьҫире һиҙелә. Ғәрәп философтарына, айырыуса Әл-Ғаззалиға ҡаршы ул рационалистик философияның яҡлаусыһы булып сығыш яһай. Байтаҡ әҫәрҙәре латинса тәржемәлә килеш кенә һаҡлана. Уның Аристотелгә комментарийҙары латин телендә Аристотель әҫәрҙәренең дөйөм баҫмаһында донъя күрә (11т. Венеция, 1960).
11 юл:
Бынан тыш Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улы ҡояштағы таптарҙы тикшереп, астроном булараҡ та дан ҡаҙана.
 
Әбүл Вәлид Мөхәммәт Әхмәт улының фәлсәфәүи әҫәрҙәре менән таныштырыу эшендә М. Мюллер ҙур хеҙмәт күрһәтә — «Аверроэстың философияһы һәм теологияһы» тигән ғәрәп текстарын нәшер итә(Мюнхен, 1859). Уларҙың тәржемәһе Мюллер вафат булғандан һуң, Бавария академияһы тарафынан баҫтырылып сығарыла (Мюнхен, 1875).
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибн_Рөшд» битенән алынған