Рәсәй Федерацияһы Геройы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ҡалып Ук
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
6 юл:
2013 йылда булдырылған «Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройы» исеме менән бергә «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме илдең айырым дәүләт наградалары иҫәбенә инә һәм, иң юғары маҡтаулы исем булараҡ, Рәсәй Фдерацияһының дәүләт наградалары исемлек-иерархияһында тәүге урында тора<ref>[http://graph.document.kremlin.ru/page.aspx?1;1297283 Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации»] webarchive|url=https://web.archive.org/web/20150512200456/http://graph.document.kremlin.ru/page.aspx?1%3B1297283 |date=2015-05-12</ref>.
 
Шәхескә Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исемдәре бирелгән осраҡта [[Рәсәй Федерацияһы Президенты]] указы нигеҙендә тыуған ерендә тейешле яҙыу менән уның бронза бюсы
ҡуйыла<ref name="kremlin1">[http://kremlin.ru/events/president/news/17769 Установлено звание Героя Труда]. ''Администрация Президента Российской Федерации'', 29.3.2013.</ref>.
 
13 юл:
 
«Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тик бер генә тапҡыр бирелә<ref>Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме икенсегә бирелмәй</ref>.
 
Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә беренсе булып Осоу составының Липецк хәрби әҙерлек һәм яңынан уҡыу-өйрәнеү үҙәге начальнигы авиация генерал-майоры Соламбек Сусаркулович Осҡанов лайыҡ була. Был юғары исем уға Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 11 апрелендәге 384-се указы менән үлгәндән һуң бирелә. 1992 йылдың 7 февралендә «МиГ-29» самолётында сираттағы осош заданиеһын үтәгән ваҡытта техника эшләүҙән баш тарта, һәм генерал, үҙ-үҙен ҡорбан итеп, осҡостоң тораҡ пунктына төшөүенә юл ҡуймай. Соланбек Осҡановтың тол ҡатынына 2-се «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшыралар. [[Николай Антошкин]] фаразы буйынса, ил етәкселегендә 1-се Рәсәй Геройы мотлаҡ тере булырға тейеш тип ҡарар итәләр<ref>[http://www.redstar.ru/2007/03/28_03/1_02.html Слава их не померкнет. Званию Героя России 15 лет]</ref>.
 
1-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы «Мир» орбиталь станцияһында оҙайлы йыһан осошо өсөн лётчик-космонавт Сергей Крикалёвҡа тапшырыла. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме уға Рәсәй Федерацияһы Президентының шул уҡ 1992 йылдың 11 апрелендәге, әммә һуңыраҡ ҡул ҡуйылған 387-се указы менән бирелә<ref>[http://www.warheroes.ru/main.asp?mode=&flt_vis=1&birth_date=&death_date=&start_date=&end_date=&war=0&award=3&l=0&sort=2&all=50 Патриотический интернет проект «Герои Страны».]</ref>.
 
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==