Рәсәйҙә ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} Файл:Islam_in_Russia.png|справа|мини|Рәсәйҙең мосолмандар күпселек булған төбәк..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
Мосолмандарҙың күпселеге Волга-Урал төбәгендә, шулай уҡ Төньяҡ Кавказда, [[Мәскәү]]ҙә, [[Санкт-Петербург]]та һәм Көнбайыш Себерҙә йәшәй.
 
=== Дини ойошмалар һәм уларҙың етәкселәре ===
* [[Тәлғәт Тажетдин]] — [[Рәсәй Үҙәк диниә назараты|Рәсәй һәм БДБ-ның Европа илдәре мосолмандары үҙәк диниә назаратының]] юғары мөфтөйө (мөфтөй шәйх-үл-ислам) (Өфө).
* Рауил Ғәйнетдин — Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе, Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандары диниә назараты башлығы (Мәскәү).
16 юл:
* Магомед Албогичаев — Төньяҡ Осетия мосолмандары координация үҙәге рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
 
=== Рәсәй тарихында ислам ===
Әле Рәсәй составында булған байтаҡ территорияла ислам быуаттар буйы дәүләт дине булараҡ йәшәгән. [[Алтын Урҙа]]ның ислам осоронда (1313—1433) христиан кенәзлектәре мосолман улустарының һәм ханлыҡтарының вассалы булған. Рәсәй ерҙәре Иван III һәм уның вариҫтары тарафынан берләштерелгәс, мосолман ханлыҡтарының бер өлөшө православие монархияһына бойондороҡло ҡала, ә тағы бер өлөшө Рәсәй дәүләте тарафынан аннексиялана.
 
29 юл:
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, [[татарҙар]] хәҙерге Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса икенсе урынды биләй (5,5 миллиондан ашыу кеше). Татарҙар Рәсәй мосолмандарының да күп өлөшөн алып тора һәм донъялағы мосолман халыҡтарының иң төньяҡтағыһы һанала. Татар ҡатын-ҡыҙҙары үҙ халҡының ижтимағи тормошонда йыш ҡына мөһим урын биләгән. Дәүләт башлығы булған тәүге мосолман ҡатындарының береһе Сөйөмбикә XVI быуатта [[Ҡазан ханлығы]]нда батшалыҡ иткән.
 
=== Совет осоронан һуңғы тарихы ===
[[Совет Социалистик Республикалар Союзы|СССР]] тарҡалғас та илдә диниә назараттары ла тарҡала башлай. Төньяҡ Кавказ мосолмандарының диниә назараты 7 идаралыҡҡа бүленә, унан һуң тағы икәү төҙөлә. Шунан һуң СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назараты (үҙәге Өфө була) тарҡала. Уның составынан беренсе булып — [[Татарстан Республикаһы|Татарстан]], унан һуң [[Башҡортостан]] мосолмандарының диниә назараттары айырылып сыға, улар артынса Себер мосолмандарының диниә назараты төҙөлә.