Стәрлетамаҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Билдәле шәхестәр: яңы мәғлүмәт
58 юл:
* [[Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы]] (31.12.1928), ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. [[Татарстан Республикаһы]] Фәндәр академияһының почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). Татар АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. [[Ҡаҙаҡ ССР-ы]]ның Дәүләт премияһы (1984), СССР Министрҙар Советы премияһы (1981), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1969, 1981) лауреаты. Ленин (1971), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1966) ордендары кавалеры. Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), [[Рәсәй Федерацияһы]] яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980)<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/4613-v-khitov-el-l-etdin-uly Башҡорт энциклопедияһы — Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы]{{V|26|12|2018}}</ref>.
* [[Зарипов Ирек Айрат улы]] (27.03.1983), [[Рәсәй]]ҙең атҡаҙанған спорт мастеры, [[Ванкувер]] [[Паралимпия уйындары|Паралимпиадаһының]] 4 тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһы беренсе вице-президенты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
* [[Етеханов Билал Исмәғил улы]] (12.03.1934—12.02.2011), инженер-механик. 1959—1986 йылдарҙа [[Стәрлетамаҡ]]тағы «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы, 1984 йылдан — баш инженер. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1985). [[«Почёт Билдәһе» ордены]] (1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Ульяновск өлкәһе]] Иҫке Кулатка районы Александровка ауылынан<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/3608-etekhanov-bilal-ism-il-uly Башҡорт энциклопедияһы — Етеханов Билал Исмәғил улы]{{V|11|03|2019}}</ref>.
* [[Ғәли Ибраһимов]] (16.01.1919—26.11.1989), [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан [[башҡорт]] яҙыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] ордендары кавалеры, [[БАССР]]-ҙың (1969) һәм [[РСФСР]]-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты (1983).
* [[Киреева Зоя Михайловна]] (28.10.1947), театр актёры, [[Рәсәй Федерацияһы]]ның атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.
* [[Кривошеев Александр Сергеевич]] (25.01.1964), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994)<ref>[http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/6955-krivosheev-aleksandr-sergeevich Башҡорт энциклопедияһы — Кривошеев Александр Сергеевич]{{V|17|01|2019}}</ref>.