Кузнецов Леонид Владимирович — версиялар араһындағы айырма

күренеште төҙәтеү
(викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу)
(күренеште төҙәтеү)
}}
 
'''Кузнецов Леонид Владимирович''' ([[5 март]] [[1927]] [[16 март]] [[2006]]) — совет архитекторы;, юғары мәктәп уҡытыусыһы. [[Дондағы Ростов]] ҡалаһы архитекторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Ростов дәүләт архитектура һәм сәнғәт академияһының ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры, архитекторҙар Союзының регион бүлексәһе ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
[[Файл:RND-Komsomol Place.jpg|240 px|right|thumb|Ростовтың КомсомольскаяКомсомол майҙанында стела]]
[[Файл:Kam-Memorial Place.jpg|240 px|right|thumb|Каменск-Шахты мемориаль комплексы]]
Леонид Владимирович Кузнецов Омск ҡалаһында 1927 йылдың 5 мартында тыуған. 1930-сы йылдар уртаһында уның атаһы репрессиялана.
[[1943 йыл]]да Леонид Ростов һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый. Уҡыуын тамамлағас, әүәләүсе-моделдәр яһаусы һөнәрен ала. [[1953 йыл]]дың октябрендә [[СССР]] Художество академияһының һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә. [[1959 йыл]]да архитектура факультетын тамамлап<ref>[http://artru.info/ar/42647/ Кузнецов Леонид Владимирович]</ref>, Кузнецов Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайта. Унда СССР-ҙың көньяғындағы эре проект институттарында — «Облпроект», «Ростовгипрошахт», «Ростовгражданпроект» эшләй. 1960—1970-се йылдарҙа ул Ростов өлкәһенең ҡалалары һәм ҡасабаларын — Новочеркасскты, Ҡыҙыл Сулинды, Матвеев-Курганды, Зерноградты, Новошахтинскты, Чертково һәм башҡаларҙы планлаштырыу менән шөғөлләнә.
 
[[1968 йыл]]да «Ростовгражданпроект» институты архитекторы Н. Н. Нерсесьянц менән Л. В. Кузнецов [[Дондағы Ростов]]тыңРостовтың генераль планын эшләй, уны [[1971 йыл]]да раҫлайҙар. Был проект буйынса {{s|25-30 йыл}} эсендә ҡаланың халҡы миллионға тиклем арта тип фаразлана һәм ҡаланың төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештә үҫешенең төп этаптары билдәләнә. Дондағы Ростов үҫешенең иң һуңғы варианты Леонид Владимирович тарафынан архитекторҙар [[Нерсесьянц Норальд Николаевич]] һәм Трухачёв Юрий Николаевич авторҙашлығында 1976 йылда эшләнә.
 
Леонид Кузнецов өсөн иң мөһим темаларҙың береһе хәрби мемориаль һәйкәлдәр төҙөү була. 1960-сы йылдарҙа ул РСФСР-ҙың Художество фонды менән хеҙмәттәшлек итә һәм Ростов өлкәһе өсөн, һәләк булған совет һуғышсыларына арналған, ундан артыҡ һәйкәл проекты эшләй. Айырым алғанда — Каменск-Шахтыла мемориаль комплекс һәм [[Дондағы Ростов]] ҡалаһының Комсомольская майҙанында композиция, унда 1941—1943 йылдарҙа ҡаланы һаҡлап һәләк булған комсомолдарға стела ҡуйыла.
 
1980-се йылдар уртаһында [[Дондағы Ростов]]та Архитектура институты асыла, аҙағыраҡ ул Ростов архитектура һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә (хәҙерге ваҡытта — Көньяҡ федераль университет составында). Л. В. Кузнецов был уҡыу йортонда уҡыта, ә һуңғы йылдарҙа ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры вазифаһын биләй.
 
[[2006 йыл]]дыңйылдың 16 мартында вафат була.
 
== Иҫкәрмәләр ==
91 051

үҙгәртеү