Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
21 юл:
}}
{{фамилиялаш|Дәүләтшин}}
'''Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы''' ([[5 март]] [[1905 йыл]] — [[5 декабрь]] [[1954 йыл]]) — [[башҡорттар|башҡорт]] яҙыусыһы, 1935 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
 
[[1905]] йылдың 5 мартында [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙенең (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] {{ТУ|Оло Чернигов районы}}) [[Хәсән]] ауылында тыуған. [[1954]] йылдың 5 декабрендә [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] ҡалаһында вафат була. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында [[М. Аҡмулла]], [[Ш. Бабич]], [[Мөхәммәтша Буранғолов]] һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
 
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .
29 юл:
[[Файл:Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы2.JPG|мини|слева]]
== Биографияһы ==
* 1905 йылдың 5 мартында [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙенең (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] {{ТУ|Оло Чернигов районы}}) [[Хәсән]] ауылында тыуған.
* 1920 йылдарҙа [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙе [[Диңгеҙбай]] ауылында уҡытыусы булып эшләй.
* 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.
Юл 36 ⟶ 37:
* 1936 йылда [[Минск]] ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. [[Өфө]] ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.
* 1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булыуында ғәйепләп, ҡулға алалар һәм НКВД Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм итәләр.
* 1937—1942 йылдарҙа МордовияМордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.
* 1954 йылдың 5 декабрендә — [[Бөрө]] ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.
* 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде <ref>ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы [http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/8-statya/3137-d-l-tshina-i-lotfulla-y-y.]</ref>