Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Фотогалерея: аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
21 юл:
}}
{{фамилиялаш|Дәүләтшин}}
'''Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы''' ([[5 март]] [[1905 йыл]] — [[5 декабрь]] [[1954 йыл]]) — [[башҡорттар|башҡорт]] яҙыусыһы, [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты (1967).
 
[[1905]] йылдың 5 мартында [[Һамар губернаһы]] Николаевск өйәҙенең (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] {{ТУ|Оло Чернигов районы}}) [[Хәсән]] ауылында тыуған. [[1954]] йылдың 5 декабрендә [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] ҡалаһында вафат була. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында [[М. Аҡмулла]], [[Ш. Бабич]], [[Мөхәммәтша Буранғолов]] һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.