Закинтос — версиялар араһындағы айырма

5 байт өҫтәлгән ,  2 года назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("Закинтос" битен тәржемә итеп төҙөлгән)
 
 
{{Ук}}
 
'''Закинтос'''<ref>{{Словарь географических названий зарубежных стран|125}}</ref> (бор.грек. <span lang="el"><span style="font-family: palatino linotype, new athena unicode, athena, gentium, code2000, serif; font-size: 105%;">Ζάκυνθος</span></span>, {{Lang-it|Zante o Zacinto}}) — Закинфа утрауының көнсығыш яғында, [[Греция|Грецияла]] урынлашҡан бәләкәй ҡала. Ион утрауҙары переферияһында Закинтос общинаһының(дима) һәм Закинтос перефирия берәҙегенең административ үҙәге. 2011 йылда халыҡ иҫәбе буйынса ҡала халҡы һаны - 9772 кеше. Рәсми атамаһынан тыш, шулай уҡ Хоры тип атайҙар — Греция өсөн ғәҙәти хәл, әгәр ҡала исеме һәм ул урынлашҡан утрау бер уҡ исем йөрөтһә.
[[Файл:Zakynthos_SaintDionizosCathedral.jpg|мини|Закинтос Ҡоллоғонан Изге Храм.]]
[[Файл:Agios_Dionysos_Church,_Belltower,_Zakynthos_City,_Greece_01.jpg|мини|Сиркәү манараһы изге Ҡоллоғонан]]
Закинтос — ахеецтарҙың боронғо ауылдары. Системалы рәүештә элекке ауылдарҙы табыу өсөн ҡаҙыүҙар әлеге көндә лә башланмаған.
 
1185 йылда Закинтосты нормандары баҫып ала, ҡала ҡиәфәтендә һәм архетиктураһында көнсығыш йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Венеция республикаһының (XIV—XVII быуат) оҙайлы хакимлығы ҡаланың дөйөм күренешенә йоғонто һала. Венециялағы Изге Марк майҙаны өлгөһө буйынса, ҡалала Иҙге Марк католик серкәүе урынлашҡан Айиу - Марку майҙаны барлыҡҡа килә. Шулай уҡ хәҙерге Грецияның беренсе музыкаль мәктәбенә Закинтоста нигеҙ һалына, ә XVIII һәм XIX быуаттарҙа Венеция һәм Англия хакимлыҡтары һәлһеҙләнгәс, әҙәбиәте сәскә ата. Был мәҙәниәт вәкиле күренекле шағир — Дионисиос Соломос. 1864 йылда британ хакимлығы тамамлана, ҡала Ион республикаһының өлөшө һымаҡ рәсми хәлдә Греция составына инә. Ҡала, [[Икенсе донъя һуғышы|Икенсе донъя һуғышынан]] һуң,1943 йылдың сентәбренән алып 1944 йылдың октябренә тиклем [[Грецияның «үҙәк» илдәре тарафынан баҫып алыныуы|немец оккупацияһы]] ваҡытындағы меры Лукас Каррера һәм грек - православ архиерейының эшмәкәрлеге өсөн үҙенә рәхмттәр ала . Был ваҡытта яҡынса 300 еврей һаҡлап алып ҡалынған.
 
Ҡала күп тапҡыр көслө ер тетрәүҙәрҙән зыян күргән, әммә һәр ваҡыт яңынан төҙөлгән. Һуңғы көслө ер тетрәүе 1953 йылдың 12 августында була, ҡала тулыһынса тиерлек емерелә. Яңы төҙөлөш иҫке төҙөү пландарына нигеҙләнгән, ҡала үҙенең элекке йөҙөн һаҡлап ҡала алһын өсөн. Бөгөнгө Закинтос — яңы һәм реконструкция үткән өйҙәрҙең ҡатышмаһы.
 
Айиу - Марку майҙанында 1957 йылда кире төҙөлгән һәм 1966 асылған Соломса Музейы һәм Закинтостың башҡа күренекле эшмәкәрҙәре муҙейы урынлашҡан<ref>{{Cite web|url=http://odysseus.culture.gr/h/1/gh151.jsp?obj_id=3335|title=Μουσείο Σολωμού και Επιφανών Ζακυνθίων. Περιγραφή|date=2012|publisher=Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού|accessdate=2017-12-11|lang=el}}</ref>. Дионисиу - Солому майҙанында 1959 йылда төҙөлгән Закинтос Музейы урынлашҡан<ref>{{Cite web|url=http://odysseus.culture.gr/h/1/gh151.jsp?obj_id=3276|title=Μουσείο Ζακύνθου. Περιγραφή|date=2012|publisher=Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού|accessdate=2017-12-11|lang=el}}</ref>.
264

үҙгәртеү