Артерия — версиялар араһындағы айырма

70 байт өҫтәлгән ,  2 года назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
'''Арте́риялар''' —ҡанды йөрәктән алып китеүсе тамырҙар.
 
'''[[Вена (анатомия)|Вена]]''' — [[ҡан]]<nowiki/>ды [[Йөрәк|йөрәккә алып килеүсе ҡан тамыры]].
 
 
 
(«центрипетально»).
Иң нәҙек ҡан тамырҙары — .'''капиллярҙар'''.
 
Уларҙың көптәре яҫы эпителиаль күҙәнәктәрҙең бер ҡатлауынан ғына тора. [[Ҡан]] плазмаһында эрегән матдәләр капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығына һарҡып сығалар, ә унан күҙәнәктәргә эләгәләр. Күҙәнәктәрҙең тереклек эшмәкәрлеге продукттары капиллярҙарҙың көптәре аша туҡыма шыйыҡлығынан ҡанға сығалар.
 
Артериялар эсендә веноз ҡан да ағырға мөмкин. Ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендә йөрәктең уң ҡарынсығы ҡыҫҡарып, үпкә олонона һәм унан айырылып киткән артерияларға веноз ҡанды этеп сығара.
'''Аорта''' — кешенең иң эре артерияһы.
 
[[Йөрәк]], ҡыҫҡарып, ҡанды аортаға ҙур баҫым менән этеп сығара. Көбө беше һәм һығылмалы булғанлыҡтан, аорта был баҫымға бирешмәй. Ҡан баҫымынан ул бер аҙ һуҙыла төшә һәм кире бушана. Шуға күрә тамырҙар буйлап ҡандың туҡтауһыҙ һәм тигеҙ ағымы барлыҡҡа килә.
 
Эре артериялар, йөрәктән алыҫлашҡан һайын вағыраҡ артерияларға һәм артериолдарға тармаҡлана баралар. Иң ваҡ артериялар бик нәҙек капиллярҙарға тармаҡлана.
Йөрәктән ҡан сығып китеп, артериялар буйынса капиллярҙарға, унан вена тамырҙарына күсә.
 
[[Ҡан әйләнешенеңәйләнеше]]<nowiki/>нең түңәрәктәре ҡарынсыҡтарҙан башлана. Уң ҡарынсыҡтан үпкә артерияһы аша ҡан (ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендә) үпкәләргә килә. Һул ҡарынсыҡтан төп артерия — иң эре ҡан тамыры айырылып китә.
 
Аортала бер нисә урынды айырып йөрөтәләр: башланып киткән ере — аорта тамырсаһы үрләүсе аортаға күсеп борола һәм аорта дуғаһы барлыҡҡа килтерә.
 
== Ҡан баҫымы һәм сирҙәр ==
'''Артерияларҙың төп бурысы''' — билдәле бер баҫымы аҫтында йөрәккә килгән ҡанды тейешле урынға үткәререү, тапшырыу булып тора. Артериаль ҡан баҫымының үрге һәм түбәнге ике ҡиммәте була: береһе ҡанды этеп сығарыу өсөн йөрәк мускулдары ҡыҫҡарғанда (систола) юғары ҡан баҫымы барлыҡҡа килә.
 
Артериаль ҡан баҫымының үрге һәм түбәнге ике ҡиммәте була: береһе ҡанды этеп сығарыу өсөн йөрәк мускулдары ҡыҫҡарғанда ('''систола''') юғары ҡан баҫымы барлыҡҡа килә.
 
Йөрәк мускулдары бушанғанда ('''диастола''') көсөргәнеш, кәмей һәм артерия баҫымы ла түбән төшә. Үрге (юғары) ҡиммәтен — систола ҡан баҫымы, ә аҫҡы (түбәнге) ҡиммәтен диастола ҡан баҫымы тип атайҙар. Һау кешенең тыныс ваҡыттағы оптималь ҡан баҫымы (Коротков ысулы буйынса) терегөмөш бағанаһының 120/80 мм-ын тәшкил итә. Әммә ниндәй осраҡта ла, терегөмөш бағанаһының 140/90 мм билдәһенән артырға тейеш түгел.
 
Ҡан баҫымы күтәрелеү ([[гипертония]]) — ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуын күрһәтә.
Йөрәк өҙлөкһөҙ эшләп торһон өсөн кислород һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең килеп тороуы шарт.
 
Был эште коронар артериялар (уң һәм һул) башҡара. Улар аорта тамырсаһынан башланғыс ала. Унан вағыраҡ тамырҙарға тарҡалып йөрәк мускулдары буйынса тарала, эскә үтеп инә.
 
Коронар артерияларҙан йөрәк мускулдарына килгән ҡан һәм ихтыяж араһындағы тигеҙлек боҙолоуы мөмкин. Был йыш ҡына склеротик үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә артерия көптәренең тарайыуы менән бәйле була. Тәүге осорҙа ауырыу һиҙелмәй. Артабан тамырҙарҙың тарайыуы күкрәктә ауыртыу барлыҡҡа килтерә. Аҙаҡ тын бөтөү (ҡыҫылыу) башлана.
5375

үҙгәртеү