Хадера: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Хадера" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:55, 21 февраль 2019 өлгөһө

Хадера (йәһ. חֲדֵרָה‎) — Израилдәге ҡала

Город
Хадера
חֲדֵרָה
Герб
Герб
Ил

Израиль

Округ

Хайфский

Координаталар

32°27′ с. ш. 34°55′ в. д.HGЯO

Мэр

Цви Гендельман

Нигеҙләнгән

1890

Майҙаны

53 км²

Высота над уровнем моря

42 м

Халҡы

Ҡалып:Таблица населения Израиля кеше ([[Ҡалып:Таблица населения Израиля йыл|Ҡалып:Таблица населения Израиля]])

Тығыҙлығы

1.455 кеше/км²

Милли состав

Евреи

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Рәсми сайт

archive.is/20121205042350/http://www.hadera.muni.il/  (йәһ.)

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Хадера (Израиль)
Хадера
Хадера

Ҡала Хайфск округында урынлашҡан, Израилдең үҙәк районы менән сикләш, Тель-Авив һәм Хайфа араһында. Ҡаланың үҙәге Урта диңгеҙҙең яр буйҙарынан бер нисә километр алыҫлығында урынлашҡан, ә ҡаланың көнбайыш районы — Гиват-Ольга туранан - тура диңгеҙ эргәһендә урынлаша.

1890 йылда Рәсәйҙән һәм көнсығыш Европанан сыҡҡандарҙан торған«Ховевея Цион» организацияһының ағзалары ҡаланы нигеҙләгән.

Топонимдарының этимологияһы

«Хадер» исеме ғәрәп телендәге «Әл - Худейра»- "йәшел" һүҙенән алынған, был районда борондан өҫтөнлөк иткән һаҙлыҡ үҫемлектәренең төҫө.

Тарих

Хадер тарихы һаҙлыҡлы ер участкаһын һатып алыуҙан һәм ҙур булмаған ауыл хужалығы ойоштороуҙан башлана. Беренсе күскенселәр төрөк властарының ҡыҫырыҡлауы һәм талауҙары, бәҙүәндәр һөжүмдәре һәм малярия менән көрәшергә тура килә. Маляриянан беренсе 20 йылда Хадерала тороусылаҙың яртыһы вафат була. . Күскенселәр 1895 йылда , барон Эдмонд де Ротшильд һаҙлыҡтарҙы киптереү, каналдар төҙөү һәм ҙур эвкалипт сауҡаларын ултыртыуға аҡса бүлгәндә ярҙам алалар .

ХХ быуаттың 20 йылдарында Хадер аша Тель - Авивтан Хайфаға тимер юл һалғандар. Әлеге ваҡытта ҡалала тимер юл станцияһы бар. Тель - Авивтан Хайфаға тиклем поездта 30 минут эсендә барып етеп була. Шулай уҡ ҡала аша Хайфанан Тель-Авивҡа барған ике автотрасса үтә, — 2 һәм 4 шоссе юлы.

1936 йылда Хадерға ҡала статусы бирелә. Ҡала бер береһенән бер ни тиклем алыҫлыҡта урынлашҡан райондарҙан тора. Иң ҙур райондары — Гиват - Ольга диңгеҙ әргәһендә һәм Бейт - Элиэзер, ҡаланың үҙәгенән көнсығышта урынлашҡан.

1982 йылда диңгеҙ һәм ҡала араһында Ицхак Рабин данына «Рабит Уттары» исемле ҙүр электр станцияһы төҙөлгән.

Иҡтисад

Сәнәғәт зонаһы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ҙур шина һәм ҡағыҙ заводтары бар.

Белем

Ҡалала 98 балалар баҡсаһы, 14 башланғыс мәктәп, 12 урта һәм аралыҡ мәктәптәре, 2 сәнғәт мәктәбе, урта мәктәп - интернаты эшләй.

Һаулыҡ һаҡлау

Ҡалала «Хилель-Яфе» дауаханаһы урынлашҡан, унда ҡала халҡы һәм ҡаланың эргәһендә урынлашҡан йәшәү пункттарында тороусыларҙы ҡарайҙар. Диңгеҙ буйында ҙур хәрби шифахана урынлашҡан.

Халыҡ

Ҡалып:Текст раздела население НП Израиля

Израилдең үҙәк статистик бюро мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда ҡала халҡы һаны - 93 973 кеше.

Халыҡтың 22 % 1990 йылдан һуң килгән иммигранттар. Иммигрантар араһында Рәсәйҙән һәм БДБ илдәренән, күбенеһе Кавказдан сығыусылар күп.

Иҫкәрмәләр


Һылтанмалар