Гурово-Илавецке: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Гурово-Илавецке" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

18:08, 19 февраль 2019 өлгөһө

Гурово-Илавецке (пол. Górowo Iławeckie}; нем. Landsberg) — Польшалағы ҡала, Варминьский-Мазурский воеводствоһына, Бартоши повятына инә. Гминаның ҡала статусына эйә. 3,32км² майҙанды биләгән. Халыҡ һаны — 4021 кеше (2018 йыл)[1].

Город
Гурово-Илавецке
Górowo Iławeckie
Герб
Герб
Ил

Польша

Район

Бартошицкий повят

Координаталар

54°16′ с. ш. 20°29′ в. д.HGЯO

Город с

1335

Майҙаны

3,32 км²

Халҡы

4021 кеше

Телефон коды

+48 89

Почта индексы

11-220

Автомобиль коды

NBA

Официальный код TERYT

2801021

Рәсми сайт

republika.pl/itgorowo/

Показать/скрыть карты
Гурово-Илавецке (Польша)
Гурово-Илавецке
Гурово-Илавецке

Тарих

XIII быуатта Тевтон ордены менән ҡулға алынған, Натания прустарының ерендә ҡала барлыҡҡа килгән. Был ерҙәр Геркус Монтас исеме, прустар баҫҡынсыларына ҡаршы восстаниеның етәксеһе менән бәйле булған, ул 1273 йылда яҡындағы урмандарҙа һәләк була.

Ҡалаға комтур Бальги Генрих фон Муро 1335 йылдың 5 февралендә кульм ҡала хоҡуғында нигеҙ һала .

1414 йылда, " ас һуғыш" ваҡытында, ҡаланы поляктар баҫып ала һәм емерә, 54 кеше һәләк була һәм алып кителә. 1440 йылдан, нигеҙ һалынғандан алып Пруссия союзына инә. 1456 йылда граждандар һуғышы осоронда емерелә.Икенсе Торуньский тыныслыҡ буйынса орден власы аҫтында ҡала. 1482 йылда ялланыусылар башлығына Николаус фон Таубенхеймға уның алдында ордендың бөтә йөкләмәләрен үтәү өсөн бирелә. 1528 йылда герцог Альбрехт залогты кире ала һәм 1535 йылда трухзес Фридрих фон Вальдбургҡа поляктарға ҡаршы Һыбайлылар һуғышында (1519-1526) уңыштары өсөн бүләккә бирелә. Ландсберг иммедиатизация тиклем уныҡы була, 1810 йылда Вильденхофф поместьеһына ҡарай, унда тәүҙә Вальдбургтар ултыра, һуңынан Швериндар. Ландсберг, Прейсиш-Эйлау районында бөйөк Штейн-Гарденберг реформаларына тиклем берҙән-бер шәхси биләмәлә ҡалған ҡала була.

1655 йылда янғын ҡалаға ҙур зыян килтерә. 1710 йылда Бөйөк Чума ваҡытында яҡынса 1000 кешенән 767 вафат була.Кәүҙәләр Чума зыяратында ерләнгән булған, һуңынан ул урын газ заводына күсә.

1718-1779 йылдарҙа Ландсберг гарнизон ҡалаһы була, унда, күбеһенсә, гранадерҙар ротаһы урынлашҡан. 1807 йылдың 17 февралендә Наполеон Бонапарт Ландсбергтың приход руханиһының йортонда туҡталды.

XIX быуатта ҡала әкренләп үҫешә бара. Яңы гарнизонға фатир бирелә, шоссе һәм 1898 йылда — тимер юл линияһы үткәрелә. 1908 йылда газ заводы асыла, коммуналь һыу менән тәьмин 1910 йылда, электр энергияһы менән 1924 йылда һәм 1928 — телефон. 1927 йылда ҡаланың яңы мәктәбе уҡытыу эшмәкәрлеген башлай.

Башта ҡала Landstrasse тип атала, һуңынан Landsberg (немец теленән тәржемә иткәндә «ер тау»). Ҡала округ үҙәгенән йыраҡ урынлашмаған Preussisch Eylau (польски Pruska Iławka, хәҙер Багратионовск, Калининград өлкәһе ). 1945 йылда Польша составына ингәндән һуң яңы исем биреү кәрәклеге тыуа. Яңы исем биреү буйынса комиссия яңы,"тау" һүҙенә бәйле исемгә, округ үҙәгенең тарихи исемен ҡуша.

Һәйкәлдәре

Варминьский-Мазурский воеводствоһының һаҡланыусы һәйкәлдәр рееестрына[2] индерелгән:

  • XIV быуат ҡалаһының иҫке ҡала планлаштырыуы
  • Ҡала костелдары,1367, XVII, 1866, 1911 й.
  • Изге Йөрәк Костелы 1892-1895 й.й
  • XIX быуат аҙағындағы Лютерандар-аугсбург зыярат часовняһы.
  • XIX быуат йәһүд зыяраты
  • XIV быуат уртаһындағы ҡала диуары
  • Ратуша XV , 1655,XIX быуат
  • Окружной,10 урамында XIX/XX быуатындағы йорт
  • XIX быуат аҙағындағы Ратушная майҙанында,4-се йорт
  • 1908 й. газ заводы

Фотоһүрәттәр

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр