Безденежный Фёдор Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
1 юл:
{{Ук}}
'''Безденежный Фёдор Ильич''' ([[23 февраль]] [[1926 йыл]] — [[26 октябрь]] [[2001 йыл]])  — нефтсе, 1959—1981 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] (1971). [[Нефтекама]] ҡалаһының почетлыпочётлы гражданы (1978).
 
== Биографияһы ==
Фёдор Ильич Безденежный 1926 йылдың 23 февралендә [[Башҡорт АССР‑ы]]ның [[Өфө кантоны]]<ref>Хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Ҡырмыҫҡалы районы]]</ref> [[Яңы Ҡаҙан (Ҡырмыҫҡалы районы)|Яңы Ҡаҙан]] ауылында тыуған.
 
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хеҙмәт эшмәкәрлеген [[1950 йыл]]дың декабрь айында  «Башвосток-нефтеразведка» тресында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай.  [[Ҡушкүл]], Шаҡша  нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.  1959 йылдан алып «Башнефть» производство берекмәһенең «Арланнефть» газ сығарыу идаралығында скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехының быраулаусы, 1970 йылдың декабрь айынан скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау буйынса оператор булып эшләй<ref>[http://www.kzgazeta.ru/article_arh_id2632.html Газета "«Красное знамя"» города Нефтекамска &#x7C; Архив статей &#x7C; Большой Арлан: 55 лет созидания].&#x20; <small>Проверено 28 марта 2013.</small>&#x20; <small>[https://www.webcitation.org/6Fl8OCtBU?url=http://www.kzgazeta.ru/article_arh_id2632.html Архивировано] 9&nbsp; апреля 2013&nbsp; года.</small></ref>.
 
Фёдор Безденежный етәкләгән вахта, [[1960 йыл]]дан алдынғы ысулдарҙы һәм хеҙмәт алымдарын, алдынғы техника һәм технологияларҙы индереүҙә  миҫал күрһәтә. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡты лайыҡлы ҡаршылау буйынса социалистик ярыштың инициаторы булып сығыш яһап, Безденежныйҙың вахтаһы һәм бригадаһы скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса биш йыллыҡтың планын алда,  [[1970 йыл]]дың  1 сентябренә үтәй. 
 
Алдынғы ысулдарҙы һәм хеҙмәт алымдарын камиллаштырып,  ҡорамалдарҙы рациональ файҙаланып, Фёдор Ильич Безденежныйҙың вахтаһы һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) сменалы заданиеларҙы  115-120115—120 процентҡа үтәй. Был бригадаға 102 скважинаны ваҡытынан алда ремонтлаға мөмкинлек бирә. Ремонт ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә бригада нефть сығарыусыларға өҫтәмә рәүештә 16 16 скважина тапшыра, улар 21,7 мең тонна нефть бирә. 
 
Фёдор Безденежный республикала беренселәрҙән булып скважиналарҙы вышкаһыҙ файҙаланыу шарттарында  ПТМТ-40, СУПР-25 күсмә мачталарын, УКР-50 ҡулайламаһын үҙләштерә, скважиналарҙы ремонтлауҙа цемент пробкаларҙы һәм «стандарҙы» быраулауҙа  әҙ габаритлы өс секциялы быраулы турбиналарҙы индереү буйынса инициатор була. 
 
Уның туранан-тура ҡатнашлығында Арлан ятҡылығында скважиналарҙы вибро- һәм  күбек кислоталы  эшкәртеү индерелә, ул ҡатламдарҙан нефть  сығарыуҙы байтаҡҡа арттырырға  һәм биш йыллыҡ планынан тыш 130 мең тонна нефть сығарыуға мөмкинлек бирә. Производство алдынғыһы булараҡ, Фёдор Ильич Безденежный 1970 йылдың декабрендә скважиналарҙы ер аҫты ремонтлау буйынса звеноһын етәкләп, артҡа ҡалған бригадаға эшкә күсә. 
 
Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында йылына 20,4 мең һумлыҡ иҡтисади һөҙөмтә менән 7 рационализаторлыҡ тәҡдим  бирә. Безденежный тәҡдим иткән камиллаштырылған арҡыры фрезер  «Башнефть» берекмәһенең һәм капиталь ремонт идаралығының бөтә бригадаларында ла  киң ҡулланыу таба. Безденежный үҙ квалификацияһын күтәреү буйынса даими шөғөлләнә. Биш йыллыҡ эсендә 7 кешене быраулаусы һәм быраулаусы ярҙамсыһы һөнәренә  әҙерләй. 
 
Нефть сығарыуҙа һәм эшендә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре буйынса биш йыллыҡтың заданиелары планын үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы Указы менән Фёдор Ильич Безденежныйға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. 
 
Безденежный Фёдор Ильич 2001 йылдың 26 октябрендә вафат була.
23 юл:
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]] ([[1949 йыл|1949]])
* [[Ленин ордены]]  (1971)
* I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены
* миҙалдар