Саутгемптон: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
Ҡала 43 йылдан билдәле булған боронғо рим биләмәһе clausentum урынында барлыҡҡа килә. [[Урта быуат]]тарҙа Саутгемптон Англия короллегенең мөһим порттарының береһенә әүерелә. Бынан йөн һәм тире сығаралар, ә алмашҡа Аквитаниянан шарап алып ҡайталар. Плантагенеттар өсөн Саутгемптон француз биләмәләрен Англия менән тоташтырыусы күпер була. 1447 йылда Саутгемптон графлыҡ хоҡуҡтарына эйә була.
 
XVII һәм [[XVIII быуат|XVIII быуат]]тарҙа Саутгемптон порты бөлгөнлөккә төшә һәм [[1840 йыл]]да [[Лондон]] менән тимер юлы бәйләнеше булдырылғас, йәнләнә. Бухтаның тәрәнлеге бында заманса карап догын урынлаштырырға мөмкинлек бирә, уға ҡеүәтле диңгеҙ караптары килеп туҡтай ала. [[1912 йыл]]дың 10 апрелендә Саутгемптондан һуңғы рейсына «Титаник» пароходы юллана. Бында шулай уҡ уның төрө «Олимпиктың» рейстары башлана. Бында уның өсөнсө төрө «[./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D1%80%D0%B8%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%BD%D0%B8%D0%BA_(%D1%81%D1%83%D0%B4%D0%BD%D0%BE) Британник]» килә: атап әйткәндә, [[Беренсе донъя һуғышы]]ның яралыларын бушатыу өсөн туҡтай.
 
[[1862 йыл]]да Саутгемптонда Хартли Институтына нигеҙ һалына (хәҙер университет), ә [[1951 йыл]]да нефть эшкәртеү заводы һәм нефть ташыу порты төҙөлә башлай.