Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
21 юл:
}}
{{ФШ|Атнабаев}}
'''Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы''' ([[23 февраль]] [[1928 йыл]] — [[13 октябрь]] [[1999 йыл]]) — [[Башҡортостан]]дың халыҡ шағиры (1997), [[драма (жанр)|драматург]], РСФСР-ҙың 1988) һәм [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия]]һы лауреаты, 1960 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
== Биографияһы ==
Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]]-ныңының [[Бөрө кантоны]]<ref name="Х" /> [[Иҫке Күрҙем]] исемле [[башҡорт]] ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң [[Ҡазан]] дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.
 
1951 йылда ул [[Өфө]]гә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. Артабан, хаҡлы ялға киткәнсе, республиканың [[Һәнәк (журнал)|«Һәнәк»]] сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.