Варшава герцоглығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Варшавское герцогство" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:39, 1 февраль 2019 өлгөһө

Бөйөк Варшава герцоглығы (пол. Księstwo Warszawskie) — 1807 йылғы Тильзит килешеүенә ярашлы Речь Посполитаяның Икенсе һәм Өсөнсө бүленешенән һуң Пруссияға һәм Австрия империяһына бирелгән поляк территорияларынан барлыҡҡа килгән дәүләт.Бөйөк Варшава герцоглығы Наполеон Францияһының протектораты булып тора һәм 1813 йылға тиклем (Алтынсы коалиция ғәскәрҙәре яулап алғанға тиклем) ғәмәлдә була. Вена конгресы ҡарарһары буйынса герцоглыҡтың күпселек өлөшө автономиялы Поляк Батшалығы булараҡ Рәсәй империяһына ҡушылдырыла.

Великое Герцогство Варшавское
пол. Księstwo Warszawskie
Флаг Герб
Флаг Герб

 
 
 
 
 
1807 — 1815
Баш ҡала

Варшава

Телдәр

польский язык

Дин

католицизм

Майҙаны

155 000 кв.км

Халҡы

4 300 000 чел.
(поляки, немцы, евреи, литовцы, украинцы)

Идара итеү формаһы

Конституционная монархия

Династия

Веттины

Великий герцог
 • 22 июля 180722 мая 1815

Фридрих Август I

 Варшава герцоглығы Викимилектә
Польша тарихы

Боронғо Польша (877 ҡадәр)
Гнезно Польшаһы (877—1320)
Краков Польшаһы (1320—1569)
Речь Посполита (1569—1795)

Варшава герцоглығы (1807—1815)
Ләх Батшалығы (1815—1915)

Польша Короллеге (1916—1918)
Ләх Республикаһы (1919—1939)
Генерал-губернаторлыҡ (1939—1945)
Польша Халыҡ Республикаһы (1945—1989)
Польша Республика (1989 йылнан)


ХәкимдәрХронологияХәрби тарих


Категория

Географияһы

Герцоглыҡ территорияһы (1807) 103 мең км² тәшкил итә, халҡының һаны — 2,6 млн  кеше. Варшава герцоглығының Австрия менән һуғышта еңеүенән һуң уға Польшаның Өсөнсө бүленешенән һуң юғалтылған территориялары Краков, Люблин, Радом, Сандомир менән бергә - 52 мең км² һәм 1,7 млн кеше - кире ҡайтарыла. Герцоглыҡтың баш ҡалаһы - Варшава.

Сәйәсәте

Герцоглыҡтың Конституцияһын 1807 йылдың 22 июлендә Дрезденда Наполеон раҫлай. Дрезден. Герцог итеп Саксония короле Фридрих Август I тәғәйенләнә. Шулай уҡ конституция буйынса хөкүмәт, Дәүләт советы, ике палаталы парламент һәм бынан тыш бойондороҡһоҙ судтар булдырыла. Польша, поляк һүҙҙәре сәйәси мәғәнәлә тыйыла.

Герцоглыҡ 6 департаментҡа бүленә, һәр департаментта 10 повет була.

1808 йылдың 1 майында илдә Наполеон Кодексыиндерелә, был ваҡиғаға бәйле эпиграмма барлыҡҡа килә: «Варшава Кенәзлеге, Саксония короле, поляк армияһы, пруссия тәңкәһе, француз кодексы».

Австрия менән һуғыш

1809 йылда Австрия менән һуғыш Варшава герцоглығы өсөн уңышлы тамамлана. Герцоглыҡ территоияһы арта, яңы 4 департамент булдырыла.

Рәсәй менән һуғыш

1812 йылдың 26 майында Варшава герцоы үҙенең вәкәләттәрен герцоглыҡ хөкүмәтенә тапшыра.. 28 июндә Поляк Короллегенең Генераль Конфедерацияһы иғлан ителә. Кенәлек Наполеондың иң тоғро союздашы була һәм һуғыштың беренсе көнөнән аҙағына тиклем алыштарҙа ҡатнашҡан 100-меңлек армияһын бирә.

1815 йылдың 3 майында конгресс Кенәзлектең бүленешен раҫлай. Краков Ирекле ҡала булып китә; Австрия Величканы (һәм тоҙ шахталарын) ала, Пруссияға Познань бөйөк герцоглығы исеме аҫтында Бөйөк Польша бирелә, ә элекке Варшава герцоглығының ҙур территорияһы Рәсәйгә тапшырыла һәм артабан Поляк Батшалығы исемен ала.

Рәсәй империяһы составында

1830-1860 йылдарҙа поляк милләтселеге үҫешеүе һәм уның Речь Посполитаяныэлекке сиктәрҙә тергеҙергә ынтылыуы арҡаһында "Конгресс Польша" автономияһы рәсәй императорҙары тарафынан XIX быуат дауамында яйлап бөтөрөлә килә. 1867 йылдан һуң уның статусы кәметелә һәм ул рәсми булмаған рәүештә Привислин крайы исемен ала.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Луферчик Е. Г. Конституция Великого герцогства Варшавского / Е. Г. Луферчик // Научные стремления — 2010: сб. материалов респ. науч.-практ. молодеж. конф. с междунар. участием, Минск, 1-3 ноября 2010 г.: в 2 ч. / Совет молодых ученых НАН Беларуси; редкол.: В. В. Казбанов [и др.]. — Мн.: Беларус. навука, 2010. — Ч. 2. — С. 356—359.Просмотреть статью(недоступная ссылка)