Янина (ҡала): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
 
=== XIX—XX быуаттар ===
[[1788 йыл]]да ҡала солтан вассалы Әли-паша Тепелинскийҙың резиденцияһы була, ул сепаратизм пландарын хуплай һәм ғүмеренең аҙағынаса тиклем грек гетеристары менән бәйләнеш тота. Әли-пашаның үҙенсәлекле фигураһын һәм шул дәүерҙәге Янинаны [[Александр Дюма-(атай)|Александр Дюма (атай)]] «[[:ru:Граф_Монте-Кристо|Граф Монте-Кристо]]» әҫәрендә иҫкә ала. [[1821 йыл]]ла грек ихтилалы башланыу менән солтан ғәскәрҙәре Әли-пашаны Янинала ҡамай, һуңынан шунда язалап үлтерә.
[[Файл:Surrender_of_Ioannina.png|мини|Эсат паша Янинаны Греция кронпринцы Константин I тапшыра]]
[[1913 йыл]]да [[Беренсе Балҡан һуғышы]] барышында һәм Бизани районында ҡала өсөн барған көсөргәнешле һуғыштан һуң, Янина оҙайлы ҡамауҙан һуң грек армияһы тарафынан азат ителә һәм ҡабаттан грек ҡалаһы була. Хәл иткес һуғыш 19 февралдә башлана. Бизани форты ҡолатылғандан һуң Янинаның яҙмышы хәл ителә. 21 февралдә Эсат-паша бирелеү тураһында тәҡдим менән парламентёр ебәрә Янинала гректарға {{Num|25000}} кеше бирелә. 22 февралдә ҡалаға тантаналы рәүештә Греция короле Константин I инә<ref name="autogenerated2">{{Мәҡәлә|заглавие=Взятiе Янины|ссылка=http://www.odin-fakt.ru/iskry/vzyatie_yaniny__11_1914/|издание=[[Искры (журнал)|Искры]]|тип=Иллюстрированный художественно-литературный журнал|место=М.|издательство=Товарищество И. Д. Сытина|год=1914|номер=11|страницы=83–84}}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Янина_(ҡала)» битенән алынған