Микробиология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{subst:L}}. {{Ук}} '''Микробиология''' ({{lang-el|μικρος}} — бик бәләкәй, {{lang-la|bios}} — терекл..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
*ауыл хужалығы микробиологияһы — микроорганизмдарҙың матдәләр әйләнешендәге әһәмиәтен, ашламалар етештереүҙә ролен, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеүҙә ҡулланыу юлдарын өйрәнә,
*ветеринар микробиология — хайуандарҙа ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы, бындай сирҙәрҙе диагностикалау ысулдарын, профилактика юлдарын, йөғошло сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен һәм инфекция сығанаҡтарын юҡ итеү юлдарын өйрәнә.
 
== Микробиология фәне ысулдары ==
Микробиологияла түбәндәге һанап кителгән ысулдары ҡулланыла:
* микроскопия: яҡтылыҡ ([Фазалы-контраст микроскопия, ҡараңғы фон микроскопияһы, флуоресцент микроскопия , электронн микроскопия;
* культура ысулы (бактериологик, вирусологик);
* биологик ысул ( лабораторияла тәжрибә өсөн хайуандарҙы зарарлап тикшереү үткәреү );
* молекуляр-генетик ысул (Полимераз сылбыр реакция, ДНК- һәм РНК-зонды һәм башҡалар);
* серологик ысул — микроорганизмдарҙың антигендарын йәки уларға ҡаршы антиесемдәрҙе асыҡлау (Иммунофермент анализ).
== Микробиология фәненең маҡсаттары ==
*патоген микробтарҙың төҙөлөшөн һәм үҙсәнлектәрен өйрәнеү,
*тәбиғи һәм социаль мөхиттең билдәле бер шарттарында кеше организмы менән микроорганизмдар араһында бәйләнеште асыҡлау,
*микробиологик диагностика ысулдарын камиллаштырыу,
*эффектлыраҡ профилактик һәм дауалаусы препараттар уйлап табыу,
*йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм юҡ итеү юлдарын табыу.