Вараждин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Вараждин" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

15:52, 22 ғинуар 2019 өлгөһө

Вараждин (хорва. Varaždin, нем. Warasdin, лат. Varasdinum, мадьярса  Varasd) ҡалаһынан төньяҡ — көнбайышта Хорватияның көнбайышындағы ҡала. Загребтан төньяҡҡа табан 81 км алыҫлыҡта Драва йылғаһы буйында урынлашҡан. Враждин жупанияһының административ үҙәге. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 47 055 кеше тәшкил итә; 2001 йылда унда 49 075 кеше иҫәпләнә.

Город
Вараждин
хорв. Varaždin
Флаг
Флаг
Ил

Хорватия

Координаталар

46°18′ с. ш. 16°20′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртбә телгә алынған

1181

Үҙәк бейеклеге

137 м

Халҡы

47 055[1] кеше

Этнохороним

вара́ждинец, вара́ждинцы[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+385 42

Почта индексы

42000

Рәсми сайт

varazdin.hr  (хорв.)

Показать/скрыть карты
Вараждин (Хорватия)
Вараждин
Вараждин

Тарих

 
Вараждин замогы

Археологик ҡаҙылмалар был ауыл римлеләр ваҡытында уҡ булған. 1181 йылда беренсе тапҡыр яҙма рәүештә телгә алына. 1209 йылда хорват-венгр короле Андрей II Вараждинға — Хорватиялағы беренсе ҡалаға — королдең иреклеҡалаһы тигән грамота бирә.

17561776 йылдарҙа император ҡатын Мария Терезия батшалыҡ иткәндә Вараждин Хорватияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта ҡалала бик күп һарайҙар төҙөлә, һәм улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Был ҡалаға «асыҡ күк йөҙө аҫтындағы барокко музейы» тигән исем йөрөтөү хоҡуғын бирә. 1776 йылда ҡала янғындан ныҡ ҙур зыян күрә, шунлыҡтан баш ҡала Загребҡа күсерелә.

Иҡтисад

Әлеге ваҡытта Вараждин — Хорватияның мәҙәниәт һәм эре сәнәғәт үҙәге. Бында ҙур «Виндия» һөт заводы, билдәле «Вартекс» туҡыу фабрикаһы эшләй.

Мәҙәниәт

Билдәле үҙенең «барокко музыка кисәләре» менән билдәле, уға бик күп илдәрҙән музыка башҡарыусылар һәм тыңлаусылар килә. Концерттар боронғо замоктарҙа һәм сиркәүҙәрҙә үткәрелә. Шулай уҡ бында «Шпанцирфест» (Špancirfest) — урам артистары фестивале йыл һайын үткәрелә.

Вараждинда тыуған Имре Кальман Марицаның оперетталарының геройы булып барон Коломан Зупан тора, ә, иң билдәле оперетта дуэты «. Поедем в Вараждин» тип атала.

Иҫтәлекле урындары

  • Вараждин замогы(XIV—XVI быуаттарҙа төҙөлгән), 1925 йылға тиклем Эрдеди магнаттары биләмәһендә торған
  • Вараждин католик соборы XVII быуатта Драшкович аҡсаһына төҙөлгән
  • Георгий Победоносец православие сиркәүе (1884)
  • Ҡаланан 40 километр алыҫлыҡта Тракошчан неоготик сиркәүе урынлашҡан.
  • Виндия мәмерйәһе

Билдәле кешеләр

  • Ватрослав Ягич — филолог-телсе, лингвист, археограф һәм палеограф
  • Иван Кукулевич-Сакцинский — сәйәси эшмәкәр, тарихсы, шағир, драматург
  • Иван Падовец — композитор һәм гитарасы
  • Каролина Шпрем — теннисистка
  • Давор Вугринец — футболсы
  • Златко Далич — футболсы, Хорватия футбол буйынса йыйылма командаһының баш тренеры
  • Ямбрешич, Андрей — иезуит, педагог, прозаик, тел белгесе

Туғанлашҡан ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. Census of Population, Households and Dwellings 2011, First Results by Settlements Архивная копия от 17 ноябрь 2012 на Wayback Machine
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Вараждин // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 63. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.

Һылтанмалар

varazdin.hr — Вараждина рәсми сайты  (хорв.)