Төркөм (математика): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Төркөм миҫалдарының береһе — [[Ҡушыу|ҡушыу]] ғәмәле менән тәьмин ителгән [[Бөтөн һан|бөтөн һандар]] күмәклеге: теләһә ниндәй ике бөтөн һандың суммаһы шулай уҡ бөтөн һанды бирә, нейтраль элемент ролен [[Нуль (һан)|ноль]] уйнай, ә ҡапма-ҡаршы тамғалы һан кире элемент була. Башҡа миҫалдар — ҡушыу ғәмәле менән [[Ысын һан|ысын һандар]] күмәклеге, [[Яҫылыҡ (математика)|яҫылыҡтың]] [[Координаталар башы|координаталар башы]] тирәләй [[әйләнеш|әйләнештәр]] күмәклеге. Төркөмгә [[Аксиомалар системаһы|аксиомалар системаһы]] аша, төҙөүсе күмәклектәрҙең үҙенсәлегенә бәйләнмәгән абстракт билдәләмә биреү арҡаһында, төркөмдәр теорияһында дөйөм үҙсәнлектәре һәм уларҙың структураһы күҙлегенән төрлө сығышлы математик объекттарҙы өйрәнеү өсөн универсаль аппарат булдырылған. Математикала һәм унан ситтә төркөмдәрҙең һәр ерҙә ҡыҫылғанлығы уларҙы хәҙерге математикала һәм уның ҡушымталарында мөһим конструкция итә.
 
Төркөм [[Симметрия|симметрия]] төшөнсәһенә фундаменталь оҡшаш һәм уның бөтә сағылыштарын өйрәнеүҙә мөһим инструмент булып тора. Мәҫәлән, [[симметрия төркөмө]] [[Геометрия|геометрик]] объекттың үҙсәнлектәрен сағылдыра: ул объектты үҙгәрешһеҙ ҡалдырған үҙгәртеүҙәр күмәклегенән һәм ике бер береһенең артынса килгән шундай үҙгәртеүҙәрҙе комбинациялау операцияһынан тора. [[Нөктә кеүекНөктәле симметрия төркөмө]] кеүек симметрия төркөмдәре химияла молекуляр симметрия күренешен аңларға ярҙам итә; [[Пуанкаре төркөмө]] [[Арауыҡ-ваҡыт|арауыҡ-ваҡыттың]] симметрияһын характерлай, ә [[махсус унитар төркөм]]дәр [[Элементар өлөшсәләр физикаһы|элементар өлөшсәләр физикаһының]] [[Стандарт модель|стандарт моделендә]] ҡулланылалар <ref>{{книга|автор =Каргаполов М. И., Мерзляков Ю.И. |заглавие = Основы теории групп|издание = 3-е изд.|место = Москва|издательство = Наука|год = 1982|страницы = 9—14|страниц = 288|тираж = 11800}}</ref>.
 
Төркөм төшөнсәһен [[Эварист Галуа]], [[күпбыуын]]дарҙы өйрәнгәндә [[1830-сы йылдарҙа]] индерә<ref name = "Kleiner"/>.