Аналитик геометрия: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш) |
Таңһылыу (фекер алышыу | өлөш) |
||
11 юл:
[[1637 йылдар]] тирәһендә [[Ферма, Пьер|Ферма]] [[Мерсенн, Марен|Мерсенн]] аша «''Введение в изучение плоских и телесных мест''» мемуарын тарата, унда (Виет символикаһында) 2-се тәртиптәге төрлө кәкре һыҙыҡтарҙың [[Тура мөйөшлө координаталар системаһы|тура мөйөшлө координаталарҙа]] тигеҙләмәләрен яҙып сыға. Тигеҙләмәләрҙең күренешен ябайлаштырыу өсөн ул [[координаталарҙы үҙгәртеү]]ҙе киң ҡуллана. Ферма, асыҡ итеп, таҙа геометрик ысулға ҡарағанда яңы ҡараш ни тиклем ябайыраҡ һәм емешлерәк икәнен күрһәтә. Ләкин Ферманың мемуары киң билдәлелек яуламай. [[Декарт, Рене|Декарттың]] шул уҡ 1637 йылда баҫылып сыҡҡан, Фермаға бәйһеҙ рәүештә һәм күпкә тулыраҡ шул уҡ идеяларҙы үҫтергән «[[Геометрия (Декарт)|Геометрияһының]]» йоғонтоһо күпкә ҙурыраҡ була<ref>{{cite book |first=John. |last=Stillwell |authorlink=John Stillwell |title=Mathematics and its History |edition=Second Edition |publisher=Springer Science + Business Media Inc.|year=2004|chapter=Analytic Geometry |pages=105 |isbn=0-387-95336-1 |quote=the two founders of analytic geometry, Fermat and Descartes, were both strongly influenced by these developments.}}</ref><ref>{{cite book|first=Roger. |last=Cooke |authorlink=Roger Cooke |title=The History of Mathematics: A Brief Course|publisher=Wiley-Interscience |year=1997 |chapter=The Calculus |pages=326 |isbn=0-471-18082-3 |quote=The person who is popularly credited with being the discoverer of analytic geometry was the philosopher René Descartes (1596–1650), one of the most influential thinkers of the modern era.}}</ref>.
Декарт геометрияға кәкре һыҙыҡтарҙың киңерәк класын
Декарттың координаталар системаһы хәҙерге менән сағыштырғанда әйләндереп ҡуйылға була (ординаталар күсәре горизонталь), һәм тиҫкәре координаталар ҡаралмай. «''[[абсцисса]]''» һәм «''[[ордината]]''» терминдары һирәкләп төрлө авторҙарҙа осрай, ләкин тик [[Лейбниц]] XVII быуат аҙағында «''[[координата]]''» термины менән бергә уларҙы киң ҡулланыуға индерә. «''Аналитик геометрия''» атамаһы XVIII быуаттың иң аҙағында нығына.
|