Аналитик геометрия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Аҙаҡ Европала [[Николай Орезмский]] (XIV быуат) координаталы һүрәтләү (ваҡытҡа бәйле функция өсөн) ҡуллана, ул координаталарҙы, географик координаталарға оҡшаш рәүештә, оҙонлоҡ һәм киңлек тип атай. Был ваҡытҡа координаталар тураһында үҫешкән төшөнсә [[астрономия]]ла һәм [[география]]ла булған була. Хәл иткес аҙым, [[Виет, Франсуа|Виет]] ([[XVI быуат]]) тигеҙләмәләрҙе яҙыу өсөн символлы тел төҙөгәндән һәм системалы (символик) алгебраға баш һалғандан һуң яһала.
 
[[1637 йылдар]] тирәһендә [[Ферма, Пьер|Ферма]] [[Мерсенн, Марен|Мерсенн]] аша «''Введение в изучение плоских и телесных мест''» мемуарын тарата, унда (Виет символикаһында) 2-се тәртиптәге төрлө кәкре һыҙыҡтарҙың [[Тура мөйөшлө координаталар системаһы|тура мөйөшлө координаталарҙа]] тигеҙләмәләрен яҙып сыға. Тигеҙләмәләрҙең күренешен ябайлаштырыу өсөн ул [[координаталарҙы үҙгәртеү]]ҙе киң ҡуллана. Ферма, асыҡ итеп, таҙа геометрик ысулға ҡарағанда яңы ҡараш ни тиклем ябайыраҡ һәм емешлерәк икәнен күрһәтә. Ләкин Ферманың мемуары киң билдәлелек яуламай. [[Декарт, Рене|Декарттың]] шул уҡ 1637 йылда баҫылып сыҡҡан, Фермаға бәйһеҙ рәүештә һәм күпкә тулыраҡ шул уҡ идеяларҙы үҫтергән «[[Геометрия (Декарт)|Геометрияһының]]» йоғонтоһо күпкә ҙурыраҡ була<ref>{{cite book |first=John. |last=Stillwell |authorlink=John Stillwell |title=Mathematics and its History |edition=Second Edition |publisher=Springer Science + Business Media Inc.|year=2004|chapter=Analytic Geometry |pages=105 |isbn=0-387-95336-1 |quote=the two founders of analytic geometry, Fermat and Descartes, were both strongly influenced by these developments.}}</ref><ref>{{cite book|first=Roger. |last=Cooke |authorlink=Roger Cooke |title=The History of Mathematics: A Brief Course|publisher=Wiley-Interscience |year=1997 |chapter=The Calculus |pages=326 |isbn=0-471-18082-3 |quote=The person who is popularly credited with being the discoverer of analytic geometry was the philosopher René Descartes (1596–1650), one of the most influential thinkers of the modern era.}}</ref>.
 
Декарт геометрияға кәкре һыҙыҡтарҙың киңерәк класын индерә, шул иҫәптән «механик» ([[спираль]] һымаҡ ''трансцендент''), һәм һәр кәкре һыҙыҡты билдәләүсе тигеҙләмә бар тип иғлан итә. Ул [[алгебраик кәкре һыҙыҡ]]тар өсөн тигеҙләмәләр төҙөй һәм уларҙы классификациялай (һуңғараҡ [[Ньютон, Исаак|Ньютон]] тарафынан төплө итеп киренән эшләнә). Декарт кәкре һыҙыҡтарҙың төп характеристикалары [[координаталар системаһы]]н һайлауға бәйле түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, ләкин иҫбат итмәй.