77 507
үҙгәртеү
(күренеште төҙәтеү, викилаштырыу, аныҡлаштырыу) |
|||
{{Ук}}
[[Файл:Karmanov.jpg|справа|мини|273x273пкс|
'''Карманов Афанасий Георгиевич''' ([[18 ғинуар]] [[1907 йыл
== Биографияһы ==
[[Туймазы районы]]ның [[Арҙат (Туймазы районы)|Арҙат]] ауылында биш класты тамамлай.
Армияға тиклем ауыл хужалығында эшләй. [[1929 йыл]]дан [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|
Совет-фин һуғышында ҡатнаша, унда 50-нән ашыу хәрби осош яһай. Осоштарҙың береһендә үҙе менән бер парҙа осоусы хәрби дуҫын — осоусы Морозовты ҡотҡара. Фин саңғысылары Морозовтың бәреп төшөрөлгән самолетына яҡынлаша башлағанда, Карманов үҙенең И-16 самолеты менән йәнәш ултыра һәм дуҫын алып һауаға күтәрелә. Совет-фин һуғышындағы батырлыҡтары өсөн А. Г. Карманов [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]] менән бүләкләнә.
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғанда А. Г. Карманов [[Молдавия]]ла хеҙмәт итә, унда 4-се истребителдәр авиаполкының эскадрилья командиры була. [[22 июнь|22 июндә]] һауа һөжүме тураһында сигналдан һуң, 10 МиГ-3 совет истребителе һауаға күтәрелә. Уларға 85 немец бомбардировщигы ҡаршы килә. Карманов эскадрильяһын атакаға йүнәлтә. Иртәнге яҡынса 04:30 сәғәттә Карманов беренсе самолетты, шунан тағы өс бомбардировщикты бәреп төшөрә. Паникаға бирелеп, немец самолеттары бер береһенә ҡарай осоп, һауала өс тапҡыр бәрелеш яһай.▼
▲
[[23 июнь|23 июндә]] Карманов командалығындағы эскадрилья «Мессершмиттар» оҙатыуында 20 Ю-87 бомбардировщигына ҡаршы осрай. Карманов был һуғышта ике Мессершмитты бәреп төшөрә, ә патрондары бөткәс — өсөнсөһөн таранлай һәм һәләк була. 1941 йылдың 17 июлендә [[Советтар Союзы Геройы]] исеме менән бүләкләү ҡағыҙы төҙөлә, ә исем үҙе үлгәндән һуң, [[1942 йыл]]дың 27 мартында бирелә.
== Хәтер ==
* [[1964 йыл]]да Кишинёв ҡалаһының Рышкановка районындағы бер урам (элекке Школьная) Карманов исеме менән атала. 2000 йылдан ул Думитру Рышкану урамы тип үҙгәртелә. 14-се йортта А. Г. Кармановҡа бағышланған мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла.
* [[2005 йыл]]дың 6 майында,[[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда еңеүҙең 60 йыллығында, [[Туймазы]] ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы асыла, унда А. Г. Кармановҡа бюст ҡуйыла<ref>[http://gorodtui.narod.ru/KarmanovAphanasiy.htm Карманов Афанасий Георгиевич].</ref>.
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* СССР Юғары Советы
▲* СССР Юғары Советы Президиумы указы менән [[1942 йылл]]дың 27 мартында, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн, Карманов Афанасий Георгиевичҡа үлгәндән һуң [[Советтар Союзы Геройы]] исеме бирелә<ref name="нлГСС">{{Подвиг Народа|150014067|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=793756|дело=20|лист=508, 509}}.</ref><ref>{{Подвиг Народа|12029635|title=Указ Президиума Верховного Совета СССР|архив=ЦАМО|фонд=33|опись=682524|дело=11|лист=1}}.</ref>.
* [[Ленин ордены]] менән бүләкләнгән (1942 йылда, үлгәндән һуң),
* [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены]] (1940 йылдың марты).
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
== Әҙәбиәт ==
* {{Китап|автор=Каримов А|заглавие=Угол атаки|место=Уфа|год=1988}}
* {{Китап|заглавие=Кишинёв. Энциклопедия|место=Киш.|издательство=Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии|год=1984|страницы=269}}
== Һылтанмалар ==
* {{Warheroes|id=1962}}
* [http://airaces.narod.ru/all9/karmanov.htm Карманов Афанасий Георгиевич].
[[Категория:Советтар Союзы Геройҙары]]
[[Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары]]
|
үҙгәртеү