Дайҙар — версиялар араһындағы айырма

141 байт өҫтәлгән ,  2 года назад
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем V—II быуаттарҙағы даик (прохоровка) археологик мәҙәниәтенә Филипповка, Прохоровка, Иҫке Ҡыйышҡы, Бишуңғар, Переволочан һ.б. ҡурғандары ҡарай. Археологик мәғлүмәттәр буйынса Көньяҡ Уралда ҡула быуатынан алып XV—XVI быуаттарға ҡәҙәр ҡала-ҡәлғәләр булған. Көньяҡ Уралда даик ҡәбиләләре яйлап ултыраҡ тормошҡа күсә, ҡала-ҡәлғәләр төҙөй һәм төбәк халҡының формалашыуында әүҙем ҡатнашҡан. дайҙар дәүерендә Көньяҡ Урал төбәге [[Хәрәзм]] составында булыуы мөмкин, был археологик материалдарҙан тыш, тура тарихи паралелдәр менән дәлилләнә. Беҙҙең эраның башында Ҡаңгөй ([[Ҡаңлы]]лар дәүләте) Урта Азиянан тыш Көньяҡ Уралды үҙ иҡтисади-сәйәси һәм этно-мәҙәни йоғонтоһо эсенә ала<ref name="МНА" />.
 
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, даик (дах) ҡәбиләләре берләшмәһе мөхитендә [[Урал батыр|«Урал батыр»]] башҡорт героик эпосы формалашҡан — улар [[Яҡын Шәреҡ]], Урта Шәреҡ һәм Урта Азия дини-фәлсәфәүи әҙәбиәте фольклор сюжеттарын Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик шарттарына яраҡлаштырған. [[Лариса Ямаева|Л. А. Ямаева]] буйынса, «Урал батыр» эпосына [[Ҡушан батшалығы]] менән бәйле булған илдәр һәм ваҡиғалар сюжеттары һуңыраҡ башҡорттарҙың составына ингән саҡ төркөмө ҡәбиләләре аша ингән<ref name="Ямаева"/>. Эпостың төп геройы [[Урал батыр (персонаж)|Урал батырҙың]] улы Яйыҡтың исеме һуңыраҡ дини-мифологик персонаждың — һыу стихияһы покровителенең исеменә ''Яйыҡ/Йайыҡ ханға'' тиклем үрләй. Һыу илаһы Йайыҡ хан тураһында ышаныуҙар хәҙерге мәжүси [[алтайҙар]]ҙа һаҡланып ҡалған, риүәйәттәр буйынса алтай халҡы составындағы тёлёс ырыуы Уралдан килгән (башҡорттарҙа [[тиләү]] ырыуы бар). Алтайҙарҙың дини инаныуҙарында Йайыҡ хан ниндәйҙер Иҙел тигән ҙур йылғаның ҡурсалаусыһы булып тора, уларға тап килгән гидронимдар тик Көньяҡ Уралда осрай — «Урал батыр» эпосында Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы ярып йылғаларға асҡан, улар батырҙар хөрмәтенә Иҙел (Ағиҙел), Яйыҡ, Нөгөш тип атала<ref name="Даики"/>. Яйыҡ/Ыйыҡ/Ыҡ/Уҡ/Эйек гидронимдары Көньяҡ Уралда таралыу алған. «Яйыҡ/йайыҡ» этнонимы ара атамаһы булараҡ [[Ырымбур башҡорттары]]нда теркәлгән<ref name="МНА" />.
 
[[Вәхитов Радик Шакир улы|Р. Ш. Вәхитов]] буйынса дай ҡәбиләләренең һәм Яйыҡ йылғаһының исемдәренең оҡшашлығы дайҙар һәм башҡортар араһында генетик туғанлыҡты раҫларға нигеҙ була алмай<ref name="Вәхитов">{{статья|автор = [[Вәхитов Радик Шакир улы|Вәхитов Р. Ш.]]|заглавие= О приоритете филологических методов в исследовании этногенеза башкирского народа|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/o-prioritete-filologicheskih-metodov-v-issledovanii-etnogeneza-bashkirskogo-naroda|язык= |издание = Проблемы востоковедения |тип = |год = 2014 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>. [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Г. Һ. Бохарова]] буйынса, «дай» этнонимын «йайыҡ» һүҙе менән яҡынайтырға ярамай<ref>{{статья|автор = [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Бухарова Г. Х.]]|заглавие= Следы культа ыдук Йер-Суб у тюркских народов в башкирской топонимии|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/sledy-kulta-yduk-yer-sub-u-tyurkskih-narodov-v-bashkirskoy-toponimii|язык= |издание = Вестник Башкирского университета |тип = |год = 2016 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>.
42 605

үҙгәртеү