Көндәлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
3 юл:
1)Берәй кешенең үҙе өсөн генә яҙған яҙмалары. Уларҙа [[автобиография]]ға тартым ихласлылыҡ, субъективизм, реаль яҡ өҫтөнлөк итә.
2) Конкрет шәхестең — [[әҙип]]тең уҡыусылар өсөн махсус яҙылған көндәлектәре. Уларҙа авторҙың тәржемәи хәле, рухи хәл-торошо тышҡы донъя, ижтимағи күренештәр менән тығыҙыраҡ бирелә, уҡыусы өсөн мөһимерәк мәсьәләләр үҙәккә ҡуйыла, дөйөмләштереүҙәр яһала. Был төр яҙмалар сағыштырмаса үҙаллылыҡтары менән айырылып тора. Автобиографик характерҙағы көндәлектәр — әҙиптәрҙең тормошон, ижад лабораторияларын өйрәнеүҙә, әҙәби процестың асылын, ысынбарлыҡ менән бәйләнешен тикшереүҙә мөһим сығанаҡтаҙрҙың береһе.
Мәҫәлән, рус әҙәбиәтендә [[Лев Николаевич Толстой]]ҙың, Федор Михайлович Достоевскийҙың, Владимир Галактионович Короленконың көндәлектәре яҡшы билдәле. Башҡорт яҙыусыларынан [[Сәғит Агиш]]тың, Мөхәмәтйәров[[М. ХәйҙеңХәй]]ҙең, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары [[Рәми Ғарипов]]тың, [[Мостай Кәрим]]дең, [[Рауил Бикбаев]]тың көндәлектәре донъя күрҙе.
3) Көндәлек формаһында яҙылған әҙәби әҫәр йә уның бер өлөшө. Бында хикәйәләү авторҙың үҙ исеменән дә, унда ҡатнашыусы төп герой ауыҙынан да алып барылырға мөмкин. Һуңғыһына миҫал итеп [[Михаил Юрьевич Лермонтов]]тың «БееҙеңБеҙҙең заман геройы» романынан «Печорин журналы»н күрһәтергә мөмкин. Хикәйәләүҙә көндәлек жанры геройҙың эске донъяһын тулыраҡ асырға, уҡыусы менән яҙыусы диалогын көсәйтеүгә, тәбиғилек иллюзияһын арттырыуға булышлыҡ итә. Рус әҙәбиәте тарихында көндәлек формаһында яҙылған әҫәрҙәр шаҡтай. Николай Васильевич Гоголдең «Аҡылдан яҙғандарҙың көндәлеге», [[Иван Сергеевич Тургенев]]тың «Артыҡ кеше көндәлеге», Вера Инберҙың «Өс йыл» әҫәрҙәре шундайҙарҙан.
Үҙенең формаһы һәм стиле менән көндәлек [[сәйәхәтнамә]], хат жанрҙарына яҡын тора, хатта ҡайһы саҡ улар үҙ-ара бәйлнешкә инеп тә китә.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көндәлек» битенән алынған