Сәйәхәтнамә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Сәйәхәтнамә''' (ғәр.) — сәйәхәт, юлъяҙмалар нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙәре, кисерештәре, уйланыуҙары ятҡан әҙәби жанр, әҫәр.
 
== Жанр үҙенсәлектәре ==
 
Сәйәхәтнамә жанры тормош ихтыяждары, реаль ысынбарлыҡ менән тығыҙ бәйләнештә үҫә, үҙгәрә килгән. Боронғо һәм Урта быуаттар сәйәхәтнамәләре өсөн синкретизм хас. Уларҙа белем-мәғлүмәт биреү үҙәктә тора. Шуға күрә был осор сәйәхәтнамәләре йыш ҡына география, тарих, мәҙәниәт, этнография һәм ҡайһы бер башҡа фәндәр өсөн сығанаҡ булараҡ та хеҙмәт итә. Һуңғы дәүерҙәрҙә, хәҙерге ваҡытта иһә сәйәхәтнамәләрҙә эстетик башланғыс, публицистик яҡ көслө. Танып белеү, белем-мәғлүмәт биреү шуларға буйһондорола бара.