Сәйәхәтнамә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Сәйәхәтнамә''' (ғәр.) — сәйәхәт, юлъяҙмалар нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙә..." исемле яңы бит булдырылған
 
1 юл:
'''Сәйәхәтнамә''' (ғәр.) — сәйәхәт, юлъяҙмалар нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙәре, кисерештәре, уйланыуҙары ятҡан әҙәби жанр, әҫәр.
 
== Жанр үҙенсәлектәре ==
 
Сәйәхәтнамә жанры тормош ихтыяждары, реаль ысынбарлыҡ менән тығыҙ бәйләнештә үҫә, үҙгәрә килгән. Боронғо һәм Урта быуаттар сәйәхәтнамәләре өсөн синкретизм хас. Уларҙа белем-мәғлүмәт биреү үҙәктә тора. Шуға күрә был осор сәйәхәтнамәләре йыш ҡына география, тарих, мәҙәниәт, этнография һәм ҡайһы бер башҡа фәндәр өсөн сығанаҡ булараҡ та хеҙмәт итә. Һуңғы дәүерҙәрҙә, хәҙерге ваҡытта иһә сәйәхәтнамәләрҙә эстетик башланғыс, публицистик яҡ көслө. Танып белеү, белем-мәғлүмәт биреү шуларға буйһондорола бара.
Сәйәхәтнамә — сифатлау, хөкөм йөрөтөү, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләүҙе үҙ эсенә алған эпик жанр. Ҡағиҙә булараҡ, ул сәсмә (прозаик) формала яҙыла һәм хикәйәләү, һөйләү беренсе заттан алып барыла. Сәйәхәтнамәләр көндәлек, репортаж, хат, иҫтәлек һәм башҡа формаларҙа һәм стилдә яҙылырға мөмкин.
Сәйхәтнамә авторҙары, башлыса, үҙҙәре күргән, кисергән нәмәләр хаҡында яҙғанлыҡтан, уларҙың әҫәрҙәрендә ысынбарлыҡ, объективлыҡ өҫтөнлөк итә; уйланма, субъективлыҡҡа сағыштырмаса аҙ урын бирелә.
 
== Башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанры ==