Дилогия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Дилогия''' (грекса di — ике, logos — һүҙ) — ике киҫәктән торған эпик һәм драматик..." исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Дилогия''' (грекса di — ике, logos — һүҙ) — ике киҫәктән торған эпик һәм драматик әҫәр. Һәр киҫәк сюжет, композиция, персонаждарҙы төркөмләү яғынан үҙенсә тамамланған була, билдәле бер дәрәжәлә үҙаллы роль уйнай. Ике киҫәкте берләштергән төп нигеҙ — [[әҙип]]тең маҡсаты, әйтергә теләгән ҡатмарлы фекерҙәре, әҫәренең идея-эстетик яңғырашы. Киҫәктәргә бүлеү тормошто этаплап тасуирлау өсөн ҡулай, һәр береһендә ҙур ижтимағи ваҡиға, мәсьәлә үҙәккә ҡуйыла.
Башҡорт әҙәбиәтенән дилогияға [[Ғәли Ибраһимов]]тың уртаҡ образдары менән «Умырзая», «Ай битен йыуғанда» романдарын миҫал итеп килтерергә мөмкин. Драма әҫәрҙәренән [[Нәжип Асанбаев]]тыңАсанбаевтың «Рәйсә», «Фәйзи», [[Азат Абдуллин]]дың «Ун өсөнсө председатель», «Һуңғы уҙаман» драмалары дилогияны тәшкил итә.
Татар әҙәбиәтенән яҡташ яҙыусыбыҙ [[Мирсәй Әмир]]ҙең «Ялантау кешеләре», «Саф күңел» романдары дилогия булараҡ ижад ителгән.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дилогия» битенән алынған