Ницца: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
Ниццаға б.э. тиклем [[:ru:IV_век_до_н._э.|IV]] быуат уртаһында гректар тарафынан нигеҙ һалына һәм лигурҙар өҫтөнән еңеүҙе билдәләп, еңеү алиһәһе Ники хөрмәтенә Никейя тип атала. [[Лигур диңгеҙе]] яры буйында лангобардтар баҫып алғанға тиклем иң мөһим сауҙа ҡалаларының береһе була.
 
VII быуатта Ницца Лигурия яры буйҙарындағы ҡалаларҙы берләштергән Генуя лигаһына ҡушыла. 729 йылда лига сарациндарҙың һөжүмен кире ҡаға, әммә 859 һәм 880 йылдарҙа улар Ниццаны тар-мар итә һәм яндыра, [[:ru:X_век|X быуат]] быуаттыңтың күп өлөшө дауамында ҡала һәм сиктәш биләмәләре уларҙың хакимлығы аҫтында ҡала.
 
[[Урта быуаттар|Урта быуат]]<nowiki/>тарҙа Ницца бер нисә тапҡыр афәттәргә һәм һуғыштарға дусар була. Франция королдәре уны яулап алырға тырыша әммә ҡала азатлығын уңышлы яҡлап килә.
 
[[XIII быуат|XIII]] һәм [[XIV быуат|XIV быуаттарҙа]]тарҙа Ниццаны бер нисә тапҡыр Прованс хакимдары баҫып ала, ә 1388 йылда ҡала Савой графлығы яҡлауы аҫтында була. Шул ваҡыттан алып Ницца Савой герцоглығы составына [[1860 йыл|1860]] йылғаға тиклем инә. Унан һуң Сардиния Короллеге Ниццаны Турин килешеүе буйынса Францияға тапшыра. Уға тиклем савой хакимлығы ике тапҡыр туҡтап тора — 1691 йылдан [[1713 йыл|1713 йылға]]ға тиклем, Ниццаны Франция короле [[Людовик XIV]] яулай, һәм [[1792 йыл|1792]] йылдандан [[1814 йыл]]<nowiki/>ға тиклем, ҡаланы [[Наполеон]] баҫып ала. .
 
Ҡала нығытылған була һәм хәҙер ул бербер пираттарына ҡаршы тора алырлыҡ хәлдә була. Һәйбәт юлдар һалына. Франциск I һәм Карл V араһындағы һуғыштарҙа емереклектәр Провансҡа баҫып ингән армия менән бәйле була; ҡалала бер нисә йыл буйына аслыҡ һәм ҡырғын ҡоторона. 1538 йылда был монархтар рим папаһы Павел III ҡатнашлығында 10 йылға солох килешеүе төҙөй, әммә 1543 йылда Ницца тағы ла Франциск I һәм Хәйр-әд-Дин Барбаросса етәкселегендәге пираттарҙың берләшкән көстәренең һөжүменә дусар була, ҡала көслө ут аҫтына эләгә, халыҡ был һөжүмде кире ҡаҡһа ла, ахыр сиктә еңелә, Барбаросса ҡаланы таларға мөмкинлек бирә һәм 2500 кешене әсирлеккә ала.
[[Файл:Italia_1796-es.svg|слева|мини|Республика һәм Италия короллектәре. [[1796 йыл]]]]
[[Файл:Italia_1843-fr.png|мини|Ницца һәм Савойя итальян өлкәләренә [[1860 йыл|1860 йылда]]да баҫып инеү һәм француз аннексияһы. ]]
Ҡала тарихына кер йыуыусы Катрин Сегюран инә. 1543 йылдың [[:ru:15_августа|15 авгусында]] Ниццаны берберҙар ҡамаған ваҡытта Катрин кер йыуыу валигы менән дошман һалдатын үлтерә һәм байраҡты тартып ала. Ә инде Катрин уларға итәген күтәреп үҙенең нәфрәтен белдереүгә, аптыранып ҡалған пираттар шаҡ ҡата.
 
22 юл:
1860 йылда Наполеон III хакимлыҡ итеүе ваҡытында Ницца Франция составына инә. Наполеон һуғыштарынан һуң Ницца шифахана булараҡ популярлыҡ яулай, йомшаҡ климат, йылы ҡыш сит ил кешеләрен йәлеп итә.
 
[[:ru:1942_год|1942 йыл]] йылдыңдың ноябрендә [[:ru:Операция_«Антон»|"Антон"]] операцияһын үткәреү мәлендә ҡала итальян ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана һәм Францияның киңәйтелгән итальян оккупация зонаһына инә. [[:ru:1943_год|1943 йыл]] йылдыңдың сентябрендә Италияның капитуляцияһынан һуң Ницца герман ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. [[:ru:1942_год|1942 йылдың авгусында]] ҡаланы француз коллаборационистары оккупациялағанға тиклем Дранси концлагерына ҡаланың 560 йәһүд кешеһе ҡыуыла.
 
[[XX быуат|XX быуатт]]<nowiki/>ыңтың икенсе яртыһында Ницца мэр Жан Медесен ([[:ru:1928|1928]]—[[:ru:1944|1944]], [[:ru:1947|1947]]—[[:ru:1966|1966]]) һәм уның улы Жак (1966 — [[:ru:1990|1990]]) хакимлығы аҫтында тыныс йәшәй. Берҙән-бер ғәҙәттән тыш ваҡиға — [[1979 йыл]]<nowiki/>дың [[16 октябрь|16 октябрендә]]<nowiki/>ге [[цунами]] 9 кеше ғүмерен өҙә<ref><div>[http://tsunamis.ru/2120.html 1979 йылдың 16 октябрендә Цунами]</div></ref>.
 
Ницца күп тапҡыр халыҡ-ара сәйәси форумдарҙың үткәреү урыны була. [[2000 йыл|2000 йылдың]]дың декабрь айында ЕС саммиты асыла, унда Евросоюз сиктәрен көнсығышҡа ҡарай киңәйтеү килешелә<ref><div>[http://www.portalus.ru/modules/politics/rus_readme.php?subaction=showfull&id=1142038015&archive=&start_from=&ucat=2&category=2 ЕС тарихы]</div></ref>. [[2008 йыл|2008 йылдың]]дың ноябрендә Ниццала ЕС-Рәсәй саммиты үтә. Унда президенттар Николя Саркози менән Дмитрий Медведев тарафынан грузин-осетин бәрелеше арҡаһында өҙөлгән Рәсәй менән ЕС араһындағы база килешеүҙәрен төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр яңыртыла<ref><div>[http://novostey.com/politic/news94631.html Саммит ницца: ЕС менән Рәсәй яҡшыра]</div></ref>.
 
[[2016 йылдыңйыл]]дың 14 июлендә Ниццала Милли байрам ваҡытында теракт була. Фейерверктан һуң, йөк фургоны водителе автомобиль хәрәкәте өсөн ябылған Инглиз яры урынында халыҡ төркөмөнә аңлы рәүештә инеп китә, 86 кеше үлә, яҡынса 430 кеше яралана. Полиция тарафынан водитель атып үлтерелә. Был теракт өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләте террорсылар йәмғиәте ала<ref>{{Cite news|title=Attentat de Nice : un an après, toujours aucun lien établi entre le terroriste et l’EI|author=Soren Seelow|first=http://www.lemonde.fr/police-justice/article/2017/07/14/attentat-de-nice-un-an-apres-toujours-aucun-lien-etabli-entre-le-terroriste-et-l-ei_5160565_1653578.html|work=Le Monde|date=2017-07-14|accessdate=2017-08-27|language=fr}}</ref>.
 
== Физик-географик ҡылыҡһырлама ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ницца» битенән алынған