Этология: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Был фән [[зоология]], эволюцион биология, физиология, [[генетика]], сағыштырма психология, зоопсихология менән тығыҙ бәйле, шулай уҡ когнитив этологияның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
 
Этология фәненә нигеҙ һалыусы, [[Нобель премияһы|нобель премияһы лауреаты]] Конрад Лоренц этологияны « хайуан ҡылыҡтарының морфологияһы» тип атай.
 
== Тарихы һәм атаманың килеп сығышы ==
[[Файл:Ethology_diversity.jpg|слева|мини|Хайуандарҙың ҡылыҡтарының төрлө сағылышы]]
«Этология» грек теленән алынған һүҙ: ''этос'' ({{Lang-grc|ἦθος}} «ғөрөф ғәҙәт, холоҡ, ғәҙәт, йола»).

Термин хәҙерге мәғәнәһендә 1902 йылдан америка энтомологы Уильям Мортон Уилер хеҙмәттәре аша билдәле була башлай.

Ә быға тиклем термин төрлөсә ҡулланылып килә. Мәҫәлән, xvii быуатта этолог тип, кеше характерын кәүҙәләндергән актерҙы атағандар. xviii быуатта этология [[этика]] мәғәнәһендә ҡулланылған.
 
1843 йылда Дж. Милль этология тип психологияның кеше характерын өйрәнеүсе бүлеген атарға тәҡдим итә.
 
Хәҙерге мәғәнәһендә термин беренсе тапҡыр 1859 йылда биолог Исидор Жоффруа Сент-Илер тарафынан телгә алына. Ул этологияны хайуандарҙың тәбиғи мөхиттә (шарттарҙа) ҡылыҡтарын өйрәнеүсе фән ҡылыҡһырлай.
 
Этологияһы тулыһынса [[XX быуат|XX быуаттың]] 30-сы йылдарында формалаша. [[Зоология|Зоологияның ялан практикаһы]] һәм эволюция тәғлимәте нигеҙендә айырым заттың ҡылығын сағыштырма тасуирлау фәне булып китә.

Фән булып формалашыуына башлыса Конрад Лоренц һәм Николас Тинбергендең хеҙмәттәре булышлыҡ итә. Әммә улар башта үҙҙәрен этолог тип атамайҙар.
 
ТәүҙәИң тәүҙә этолог термины [[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]]-та, хайуандарҙың тәбиғи шарттарҙағы ҡылыҡтарын өйрәнеүсе белгестәрҙе лаборатория шарттарында аналитик ысулдар менән эшләүсе психолог һәм бихевиористтарҙан айырыу өсөн ҡулланыла башлай .
 
== Тинбергендең дүрт мәсьәләһе ==
Тинберген этологтар иғтибарын йүнәлтергә тейеш булған төп дүрт өлкәне итеп билдәләп киткән. Уға ярашлы, тикшеренеүселәр хайуандарҙың ҡылығын тулыһынса өйрәнгән тип һаналһын өсөн түбәндәгеләрҙе асыҡларға тейеш :
 
* '''яраҡлашыу функцияһы:''' хайуанға тереклеген һаҡлауҙа, нәҫелен ҡалдырыу һәләтенә ҡылыҡтар нисек йоғонто яһай?
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Этология» битенән алынған