Грек-рим көрәше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
[[Файл:GrecoRomanWrestling2.jpg|thumb|250px]]
'''Гре́кГрек-ри́мрим көрәше''' (классик көрәш, француз көрәше, грек-рим стилендәге спорт көрәше) — бергә-бер ҡаршы тороп көрәшеүҙең европа төрө. Был көрәш ҡағиҙәһе буйынса спортсы, билдәле техник хәрәкәттәр (ысулдар) арсеналын ҡулланып, ярышташын тигеҙлеген юғалтыуға килтерергә һәм уны арҡаһына әйләндереп, салҡан йығып һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә, иркен көрәштән айырмалы рәүештә, аяҡтар менән техник хәрәкәттәр яһау (ярышташтың тәнен эләктереү, уға аяҡ салыу, уны кинәт тартыу һәм аяҡтарын ҡулдар менән эләктереү) тыйыла. Классик көрәш Боронғо [[Греция]]ла һәм артабан Рим империяһында барлыҡҡа килгән , ә хәҙерге заман грек-рим көрәше төрө [[XIX быуат]]тың беренсе яртыһында [[Франция]]ла формалашҡан.
 
1896 йылдан башлап грек-рим көрәше [[Олимпиада|Олимпия уйындары]] программаһына индерелә, [[1898 йыл]]да Европа чемпионаттары, ә [[1904 йыл]]дан алып донъя чемпионаттары үткәрелә. Халыҡ-ара көрәш федерацияһында — ФИЛА (FILA; 1912 йылда нигеҙләнгән) — 120 ил ([[1997]]) иҫәптәағза булып тора.
 
Халыҡ-ара көрәш федерацияһы грек-рим стилендәге алыштың [[ХХ быуат|ХХ быуаттағы]]<ref>[http://www.wrestrus.ru/article.asp?id=262 Сайт федерации спортивной борьбы России.]</ref> иң бөйөк көрәшсеһе тип [[Рәсәй]] спортсыһы, 3 тапҡыр Олимпия чемпионы, 9 тапҡыр донъя чемпионы, 12 тапҡыр Европа чемпионы, 13 тапҡыр [[СССР]] һәм [[Рәсәй]] чемпионы Александр Карелинды иҫәпләй.
27 юл:
 
== Һығылмалылыҡ һәм көс ==
Классик көрәш - — һығылмалылыҡ һәм көс тандемы (ике яғы) Көрәш спецификаһының айырым урыны булып тренировкалар-күнегеүҙәрҙә атлеттың «мост йәғни күпер» тора. Уны эшләгәндә атлеттың аяҡтары, маңғайы һәм бик һирәк кенә эйәге келәмгә тейеп тора, ә арҡаһы дуға рәүешендә бөгөлә.
Һығылмалылыҡты үҫтереү өсөн акробатик күнегеүҙәрҙең айырым йыйылмаһын өйрәнергә кәрәк, шуларҙан, мәҫәлән: тәкмәс атыу, тәгәрмәс яһау, рондат, ҡулдарҙа баҫып тороу, бөгөлгән арҡа менән тороу, йүгереп менеү, «күпер» эшләргә өйрәнеү.
Ныҡ һәм эластик быуындарһыҙ, ҡан тамырҙарһыҙ һәм лимфа системаһынан башҡа көрәшсе еңеүгә өлгәшә алмай, шунлыҡтан ул бик ентекләп йығылыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаһын үҙләштерергә, үҙендә барлыҡҡа килтерергә тейеш. Тын алыу системаһы һәм дөйөм түҙемлелек-сыҙамлылыҡ йүгереү һәм төрлө хәрәкәтле уйындар, бигерәк тә регби уйындары менән булышҡанда үҫешә.