Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
Емешле фәнни-педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнде. Ул балалар әҙәбиәте һәм драматургия өлкәһендә емешле ижад итте. Талантлы әҙиптең моңло, әсәлек наҙы менән һуғарылған шиғырҙарына композиторҙар [[Салауат Низаметдинов]] һәм Әлфиә Зиннурова кескәйҙәр өсөн бер нисә тиҫтә йыр яҙған. 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағза итеп ҡабул ителә.
 
Әҙиптең балаларға тәғәйенләнгән драма әҫәрҙәре [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драммдрама театры]] һәм [[Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры]] һәм республиканың башҡа театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды<ref>[http://davlekanovo-cbs.my1.ru/index/rasima_uraksina/0-85 Давлекановская межпоселенческая центральная библиотека. Расима Ураксина]{{ref-ru}}</ref>.
 
Рәсимә Ураҡсина шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә эшләне. Ул башлыса драматургтарҙың донъя һәм [[рустар|рус]] әҙәбиәте классикаһына ингән пьесаларын [[башҡорт]]саға ауҙарҙы. Улар араһынан [[Мольер|Жан Батист Мольерҙың]] «Дон Жуан»ын, [[Уильям Шекспир|Шекспирҙың]] «Ромео һәм Джульетта» трагедияһын<ref>[http://bspu.ru/node/13555 БГПУ им.М.Акмуллы » Р.М.Ураксина к.филол.н, доцент - Победитель в номинации «За вклад в искусство воспитания»]{{ref-ru}}</ref>, Серпгей Найдёновтың «Ванюшин балалары» (Дети Ванюшина) пьесаһын айырым билдәләргә була.