Пар машинаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
46 юл:
Шулай итеп ул, поршенгә арҡан шкиф аша арҡан беркетеп, поршень түбәргә табан хәрәкәт иткәндә йөк күтәреүгә өлгәшә. Был ҡоролма тик демонстрация моделе генә булып ҡала. Поцессты ҡабатлау өсөн ҡоролманы һүтеп кере йыйырға кәрәк була. Циклды автоматлаштырыу өсөн пар ҡаҙанын айырым эшләргә кәрәк икәнен аңлай Папен. Папен шулай уҡ кәмәнең винтлы тәгәрмәсен пар ярҙамында әйләндергән двигатель уйлап табыусы һәм һаҡлағыс клапан уйлап табыусы булараҡ билдәле.
 
Был ҡоролмаларҙың береһе лә файҙалы булмай, ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итмәй. Инглиз хәрби инженеры Томас Севериның 1698 йылда эшләгән «янғын һүндереү» пар двигателе беренсе файҙалы ҡулланылған ҡоролма була. 1698 йылда ул был ҡоролмаға патент ала. Ул поршенһыҙ насос эшләй. Пар менән тулған контейр һыуытыла һәм һыу һурҙыртыла. Эффектлылығы бик түбән була. Шулай уҡ ҡаҙан һәм торбалар юғары баҫымда эшләй, шартлаған осраҡтары ла була. Был ҡоролманы һыу тирмәненең тәгәрмәсен әйләндереү өсөн һәм шахталағы һыуһы һурып алыу өсн файҙаланырға була, уйлап табыусы уны «руда сығарыусылар ярҙамсыһы» тип атай.
 
 
 
1712 йылда инглих тимерсеһе Томас Ньюкомен үҙе уйлап тапҡан «атмосфера (вакуум) двигателе»н күрһәтә. Был Севериның пар машинаһының камиллаштырылған варианты була. Ньюкомен двигателендә цилиндр һәм поршень ҡулланыла һәм тәрән шахтанан һыу һурҙырыу өсөн ҡулланыла. Двигателдең тартыу көсө көйәнтә аша шахталағы насосҡа тапшырыла. Двигателдең ҡайтармалы-ынтылышлы хәрәкәттәре насостың поршенына тапшырыла, насос һыуҙы өҫкә этәй. Нюкомен насосы ғәмәлдә киң ҡулланылған беренсе пар двигателе була.
 
1781 йылда [[Джеймс Уатт]] өҙлөкһөҙ әйләнмә хәрәкәт итеүсе пар машинаһын патентлай. Ньюкомен Томас машинаһынан айырмалы булараҡ, ун ат көсө ҡеүәтендәге машананы таш күмер һәм һыу булған теләһә ҡаһы урынға ҡуйып була. Уатт двигателе Англияла сәнәғәт инҡилабына нигеҙ һала.