Гөбәҙиә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу
→‎Итле гөбәҙиә: артыҡ һүҙен юйҙым
36 юл:
=== Итле гөбәҙиә ===
 
Ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйәләр ҙә майлы табаға һалалар, өҫтөн майлайҙар. Ҡорот һалғас ебеп китмәһен өсөн ҡамыр өҫтөнә йоҡа ғына итеп дөгө, шунан — ҡорот, аларҙың өҫтөнә — 2-3 мм тигеҙләп тағы ла дөгө, өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ит турағыс аша үткәрелгән һәм ҡыҙҙырып алынған ит һалалар. Итте майҙа ҡыҙҙырылған һуған менән ҡушып болғатырға ла мөмкин. Ит өҫтөнә тағын да йоҡа ғына итеп бүрттерелгән дөгө, уның өҫтөнә ваҡ ҡына туралған йомортҡа һәм тағы бер ҡат дөгө һалалар. Өҫкә йомшартылған йөҙөм (күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк) һалына, эсенә күп кенә итеп эретелгән аҡ һыйыр майы йә иһә һары май һибәләр. Гөбәҙиәне мейескә ултыртыр ҡуйыр алдынан өҫтөн майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еуешләтелгән ҡағыҙ ябалар. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә итле гөбәҙиә 40-50 минут бешә. Әҙер гөбәҙиәне киҫәктәргә бүлеп, табынға ҡайнар килеш сығаралар.
 
Итле гөбәҙиәне ҡоротһыҙ ҙа бешерергә мөмкин.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гөбәҙиә» битенән алынған