Лилиә Һаҡмар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Махсус баҫмалары: удаление -повторения
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
ә →‎Шиғриәте: стиль
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
42 юл:
* 1993 йылда «Йондоҙ ҡыҙы» тип аталған тәүге китабы («Шарлама» тупланмаһында) донъя күрә.
 
''''<u>Шағир тыуҙырған әҙәби әҫәрҙәр тураһында</u>'': Лилиә Һаҡмарҙың лирик геройы — хисле, уйлы, тынғыһыҙ, гел алға, еңеүҙәргә ашҡыныусан. Ул һәр шиғырында тиерлек кешеләрҙең күңел матурлығын данлай, изге хисле һәм ғәҙел булырға саҡыра. Донъяла, үҙенең илендә барған һәр үҙгәреш поэтик геройҙарҙың йөрәге аша үтә. Шағир әҫәрҙәрендә һәр күренешкә хис-тойғолар аша анализ яһай белә. Уның геройҙарына Тыуған илгә һәм үҙ төбәгенә оло һөйөү хас, улар ерҙе матурлау, үҙ мөхитенә күберәк файҙа килтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шағирәнең бөтә әҫәрҙәре лә халыҡ аҡылы менән һуғарылған. Теленең халыҡсанлығы, ябайлығы, фекерҙәренең тәрәнлеге, әҫәрҙәренең әлеге йәшәйеш проблемалары менән һуғарылыуы Лилиә Һаҡмар ижадын халыҡҡа яҡын һәм уҡымлы итә. «Башҡорт йыры — тере шишмә», «Ҡара һәм аҡ араһында» эпик шиғырҙары, «Йондоҙ ҡыҙы», «Ҡар өҫтөндәге сабый» поэмалары Лилиә Һаҡмарҙың эпик һәм философик фекерләү оҫтаһы икәнен асыҡ күрһәтә. «Ҡар өҫтөндәге сабый» поэмаһы буйынса республика мәктәптәрендә тәрбиәүи темаға конференциялар үткәрелә. «Эстафета» китабындағы шиғырҙарында сабыр, нәзәкәтле, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, күңелендә балҡыған мең төрлө хис-тойғоларҙың иң сағыуҙарын ғына башҡалар менән бүлешеүсе ҡыҙ, ҡатын, әсә образы һүрәтләнә.''
 
* Лилиә Һаҡмар йәш ижадсыларға иғтибарлы ҡәләмдәш. Хәйбулла районы [[Аҡъяр (Хәйбулла районы)|Аҡъяр ауылында]] эшләгән осорҙа (1985—1987) «Хеҙмәт байрағы» район гәзите редакцияһында «Ләйсән» әҙәби-ижад түңәрәге ойоштора, уның тәүге етәксеһе булып, ҡулдарына яңы ҡәләм алыусыларға файҙалы кәңәштәр менән ярҙам итә. Әҙәби ижадта үҙҙәрен һынап ҡараусыларҙың шиғыр һәм хикәйәләрен мөхәррирләп, ай һайын сыҡҡан «Ләйсән» махсус битендә баҫтырыуға ирешә.