Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
 
== Тарихы ==
«Торатау» урыҫ гәзитенең тулыһынса дубляжы ролен башҡарһа ла, башҡорт редакцияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт гәзитен алдырыуалдырып уҡыусылар өсөн мөһим булған ҡала һәм район яңылыҡтарын да ҡуйып ебәрергә тырыша. КПСС ҡала комитеты һәм Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты бындай "баш-баштаҡлыҡҡа" юл ҡуйырға теләмәй, әлбиттә. Гәзит мөхәрирре Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаевҡа, үҙ һүҙен һүҙен һүҙ итеү һәм башҡорт телендә баҫылған мәҡәләләрҙең файҙаһы күберәк булыуын иҫбатлау өсөн, был ике власть органы юлдарын байтаҡ ҡына тапарға тура килә. Шулай итеп, 1984 - 1986 йылдарҙа башҡорт гәзите биттәренә, урыҫ баҫмаһынан айырмалы рәүештә, башҡортса яҙылған мәҡәләләрҙе урынлаштырыу рөхсәт ителә, сөнки М. Н. Муллаҡаев был тәңгәлдәге үҙ ҡарашын яҡлауға өлгәшә. 1986 йылдан башҡорт гәзите мөхәррире урынбаҫары М. М. Йосопова, тәржемәселәр Р. Ҡауыева һәм Гөлнур Дәүләтйәровалар урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләрҙе башҡорт теленә тәржемәләүҙән тыш, гәзит уҡыусылар менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырып, ҡала һәм район тормошоноң төрлө яҡтарын яҡтыртыу буйынса мәҡәләләр яҙа, ауыл хәбәрселәре гәзиткә лә мәҡәләләрен дә йышыраҡ ебәрә башлай.
 
Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Ай һайын тик йәш хәбәрселәрҙең мәҡәлә, шиғырҙары ғына тупланған "Елкән" бите донъя күрә. Ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының "Башҡорт филологияһы һәм журналистика" факультетына йыл һайын Ишембай тарафтарынан кәмендә 4-5 мәктәп тамамлаусы уҡырға инер була. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап "Торатау"ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.