Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
 
== Хеҙмәт юлы ==
1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны – “Ишембайнефть” НПУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән хәстәханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач- невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966 —1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә эшләргә тура килә.

Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 -1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, батҡаҡ менән дауалау, иглотерапия киң ҡулланыла.
Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡаҙан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра.

1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һағы министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға.
 
== Ғаилә хәле ==