Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("== Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы == '''Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы''' (15.12.1935 й. — 27.01.…" исемле яңы бит булдырылған)
 
== Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы ==
 
'''Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы''' (15.12.1935 й. — 27.01.1995 й.) — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һағы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы, 10-сы саҡырылыш Ишембай ҡала Советы депутаты, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.
=== Биографияһы ===
Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова 1935 йылдың 15 декабрендә Ишембай эшселәр ҡасабаһы эргәһендә, ике тау араһынан субырлап ҡына ағып ятҡан Буҙайғыр йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы Смаҡайҙа Ибраһим һәм ҙ?? втарҙең күп балалы ғаиләһендә ??-се бала булып тыуа. Башланғыс белемде Смаҡай мәктәбендә ала, 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый. Уҡыуға бик отҡор ҡыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм, табип һөнәрен үҙ итеп, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда ла Сәриә үҙен алдынғы студент итеп күрһәтә, һөнәрен тәрәндәнерәк белеү өсөн төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, үҙе лә фәнни конференцияларҙа, симпозиумдарҙа сығыш яһай. Ҡулына табип дипломы алғас, тыуған яғы Ишембайға юллана.
 
=== Хеҙмәт юлы ===
1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны – “Ишембайнефть” НПУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән хәстәханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач- невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966 —1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә эшләргә тура килә. Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 -1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, батҡаҡ менән дауалау, иглотерапия киң ҡулланыла. Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡаҙан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра. 1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һағы министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға.
 
=== Ғаилә хәле ===
Тормош юлдашы Рәсүл Абдрахман улы менән бер ул тәрбиәләйҙәр Улдары, атаһы юлынан китергә ҡарар итеп, Өфө нефть институтын тамамлай һәм әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында эшләй.
 
=== Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары ===
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы (11.06.1973 йыл);
• “Хеҙмәт ветераны” миҙалы (1991 йыл);
10 878

үҙгәртеү