Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
23 юл:
«Торатау» урыҫ гәзитенең тулыһынса дубляжы ролен башҡарһа ла, башҡорт редакцияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт гәзитен алдырыу уҡыусылар өсөн мөһим булған ҡала һәм район яңылыҡтарын да ҡуйып ебәрергә тырыша. КПСС ҡала комитеты һәм Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты бындай "баш-баштаҡлыҡҡа" юл ҡуйырға теләмәй, әлбиттә. Гәзит мөхәрирре Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаевҡа, үҙ һүҙен һүҙен һүҙ итеү һәм башҡорт телендә баҫылған мәҡәләләрҙең файҙаһы күберәк булыуын иҫбатлау өсөн, был ике власть органы юлдарын байтаҡ ҡына тапарға тура килә. Шулай итеп, 1984 - 1986 йылдарҙа башҡорт гәзите биттәренә, урыҫ баҫмаһынан айырмалы рәүештә, башҡортса яҙылған мәҡәләләрҙе урынлаштырыу рөхсәт ителә, сөнки М. Н. Муллаҡаев был тәңгәлдәге үҙ ҡарашын яҡлауға өлгәшә. 1986 йылдан башҡорт гәзите мөхәррире урынбаҫары М. М. Йосопова, тәржемәселәр Р. Ҡауыева һәм Гөлнур Дәүләтйәровалар урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләрҙе башҡорт теленә тәржемәләүҙән тыш, гәзит уҡыусылар менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырып, ҡала һәм район тормошоноң төрлө яҡтарын яҡтыртыу буйынса мәҡәләләр яҙа, ауыл хәбәрселәре гәзиткә лә мәҡәләләрен дә йышыраҡ ебәрә башлай.
 
Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Ай һайын тик йәш хәбәрселәрҙең мәҡәлә, шиғырҙары ғына тупланған "Елкән" бите донъя күрә. Ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының "Башҡорт филолигияһы һәм журналистика" факультетына йыл һайын кәмендә 4-5 мәктәп тамамлаусы уҡырға инер була. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап "Торатау"ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.
Ишембай ҡала Советы 2001 йылдың 24 майында үткән сессияһында ҡала һәм район өсөн айырым башҡорт телендә сыҡҡан "Торатау" гәзитен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>, һәм бер тауыштан М. М. Йосопованы баш мөхәррир итеп раҫлап та ҡуялар (тарихта, моғайын, беренсе тапҡыр Совет сессияһы гәзиттең баш мөхәррирен раҫлағандыр)<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>. Шулай итеп, 2001 йылдың 1 июленән «Торатау» башҡорт телендә айырым баҫма булып сыға. Гәзиттең тәүге баш мөхәррире - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопова.