Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, "Башҡортостан вышкаһы" тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире - танылған яҙыусы, журналист Али Карнай (Ғәли Зөлҡәрнәев).
 
1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа "Алға" гәзите сыға башлай. Был баҫма ВКП(б)-ның Петровск, аҙаҡ Маҡар район комитеты һәм хеҙмәтсәндәр депутаттары район башҡарма комитеты органы була. Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ элемтә урынлаштыра. Ул йылдарҙа гәзит уҡыусылар ауыл хәбәрселәре Сәйет Маҡарскийҙың (Кинйәбулаттан), Йосоп Ишмырҙиндың (Урман-Бишҡаҙаҡтан) мәҡәләләрен көтөп алыр була. "Восход" - "Торатау" гәзитенең 1994 йылдың 28 апрелендәге һанында элекке мөхәррир Н. Ғ. Янбаевтың күләмле мәҡәләһен баҫтыра, унда автор редакция эргәһендә әҙәби түңәрәктең әүҙем эшләүен билдәләй. Уға Йәнырыҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахман Маннанов етәкселек итә. Ибраһим Ғиззәтуллин, Вафа Әхмәҙиев, Сулпан Иманғолов, Ғариф Ҡотлобаев һәм Ғайса Кәримов кеүек әҙәбиәтселәр үҫеп сыға ябай ғына район гәзигәзите редакцияһы ярҙамы менән. 1931 йылдан алып 1951 йылға тиклем "Алға"ның мөхәррриҙәре — А. Нагаев (21.09.1931 - 10.03.1932), Х. Кинйәғолов (17.03.1932 -10.02.1933), Х. Х. Ҡолмөхәмәтов (17.08.1933 - 20.05.1935), Н. Ҡәрипов (19.05.1935 -27.12.1935), Мамлеев (01.01.1936 - 23.09.1936), Я. Ш. Ғәлиев (30.09.1936 - 22.07.1937), Х. А. Вәхитов (29.07.1937 - 01.04.1940), Г. З. Ҡотлобаев (11.04.1940 - 01.03.1948), Н. Ғ. Янбаев (08.03.1948 - 09.05.1950), Г. З. Ҡотлобаев (18.05.1950 - 29.12.1950). Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйыла һәм баҫыла. "Алга" 1950 йыл аҙағына тиклем үҙаллы башҡорт баҫмаһы булып ҡала.
1951 йылдың 1 ғинуарынан район һәм ҡала өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берләштерелгән "Алға" - "Вперед" гәзиттәрен сығарыу юлға һалына.