Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
 
== Шишмә башы ==
Нефть ятҡылығы асылғанға тиклем Стәрлетамаҡ районына ҡараған Ишембай ауылында Юрматы ырыуы вәкилдәре көн итә. Борондан был төбәк үҙенең белемле шәхестәре менән таныла. Башҡортостандың билдәле шағыры, сатирик һүҙ оҫтаһы Сулпан Иманғолов, Башҡорт хөкүмәте 1918 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәктәп аса, Ерҙе күмәкләп эшкәртеүселәр ширкәте ойоштора, тип хәтерләй торғайны. Баҫма һүҙгә лә ҙур иғтибар бүленә: Маҡарҙа "Штурмға" тип аталған гәзиттең бер нисә һаны сығарыла. Уның мөхәррире - Йәғәфәр Ғәлиев.
 
1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, "Башҡортостан вышкаһы" тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире - танылған яҙыусы, журналист Али Карнай (Ғәли Зөлҡәрнәев).
1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа "Алға" гәзите сыға башлай. Партия һәм совет ветераны Нурулла Ғиниәт улы Янбаев байтаҡ йылдыр был баҫманың мөхәррире була. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйыла һәм баҫыла.
 
1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, "Башҡортостан вышкаһы" тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире - танылған яҙыусы, журналист Али Карнай.
1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа "Алға" гәзите сыға башлай. Был баҫма ВКП(б)-ның Петровск, аҙаҡ Маҡар район комитеты һәм хеҙмәтсәндәр депутаттары район башҡарма комитеты органы була. Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ элемтә урынлаштыра. Ул йылдарҙа гәзит уҡыусылар ауыл хәбәрселәре Сәйет Маҡарскийҙың (Кинйәбулаттан), Йосоп Ишмырҙиндың (Урман-Бишҡаҙаҡтан) мәҡәләләрен көтөп алыр була. "Восход" - "Торатау" гәзитенең 1994 йылдың28 апрелендәге һанында Элекке мөхәррир Н. Ғ. Янбаевтың күләмле мәҡәләһен баҫтыра, унда автор редакция эргәһендә әҙәби түңәрәктең әүҙем эшләүен билдәләй. Уға Йәнырыҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахман Маннанов етәкселек итә. Ибраһим Ғиззәтуллин, Вафа Әхмәҙиев, Сулпан Иманғолов, Ғариф Ҡотлобаев һәм Ғайса Кәримов кеүек әҙәбиәтселәр үҫеп сыға ябай ғына район гәзи редакцияһы ярҙамы менән. 1931 йылдан алып 1951 йылға тиклем "Алға"ның мөхәррриҙәре — А. Нагаев (21.09.1931 - 10.03.1932), Х. Кинйәғолов (17.03.1932 -10.02.1933), Х. Х. Ҡолмөхәмәтов (17.08.1933 - 20.05.1935), Н. Ҡәрипов (19.05.1935 -27.12.1935), Мамлеев (01.01.1936 - 23.09.1936), Я. Ш. Ғәлиев (30.09.1936 - 22.07.1937), Х. А. Вәхитов (29.07.1937 - 01.04.1940), Г. З. Ҡотлобаев (11.04.1940 - 01.03.1948), Н. Ғ. Янбаев (08.03.1948 - 09.05.1950), Г. З. Ҡотлобаев (18.05.1950 - 29.12.1950). Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйыла һәм баҫыла. "Алга" 1950 йыл аҙағына тиклем үҙаллы башҡорт баҫмаһы булып ҡала.
Һуғыштан һуң ҡала һәм район өсөн берләштерелгән "Вперед" -"Алға" гәзите сығарыла.
1951 йылдың 1 ғинуарынан район һәм ҡала өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берләштерелгән "Алға" - "Вперед" гәзиттәрен сығарыу юлға һалына.
 
== Тарихы ==