Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
 
== Шишмә башы ==
Нефть ятҡылығы асылғанға тиклем Стәрлетамаҡ районына ҡараған Ишембай ауылында Юрматы ырыуы вәкилдәре көн итә. Борондан был төбәк үҙенең белемле шәхестәре менән таныла. Башҡортостандың танылғанбилдәле шағыры, сатирик һүҙ оҫтаһы Сулпан Иманғолов, Башҡорт хөкүмәте 1918 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәктәп аса, Ерҙе күмәкләп эшкәртеүселәр ширкәте ойоштора, тип хәтерләй торғайны. Баҫма һүҙгә лә ҙур иғтибар бүленә: Маҡарҙа "Штурмға" тип аталған гәзиттең бер нисә һанын сығарыла. Уның мөхәррире - Йәғәфәр Ғәлиев. 1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа "Алға" гәзите сыға башлай. Партия һәм совет ветераны Нурулла Ғиниәт улы Янбаев байтаҡ йылдыр был баҫманың мөхәррире була. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйы һәм баҫыла.
1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, "Башҡортостан вышкаһы" тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире - танылған яҙыусы, журналист Али Карнай.
Һуғыштан һуң ҡала һәм район өсөн берләштерелгән "Вперед" -"Алға" гәзите сығарыла.